» Материалы за Февраль 2017 года

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 21-02-2017, 15:01 | Категория: Новости
Ҡотлайбыҙ!


Ошо көндәрҙә Хәйҙәр Тапаҡовтың, Рим Исхаҡовтың, Марс Әхмәтшиндың тыуған көндәре булып уҙҙы. Уларҙы ҡотлап именлек һәм яңынан-яңы үрҙәр, халҡыбыҙҙың һәр саҡ шулай уңған ҡыҙ-улдары булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!

Встреча в Шакшинской школе

Опубликовано: 21-02-2017, 14:05 | Категория: Новости
Встреча в Шакшинской школе



Сегодня у меня была чудесная встреча с чудесными детьми Шакшинской школы №131. Ученики показали умение петь, танцевать, декламировать стихи, играть на музыкальных инструментах. И живо вели беседу со мной, задавали множество вопросов, читали и слушали мои стихи. Спасибо вам, ребята!
И у вас прекрасные учителя башкирского языка!
Гузаль Cитдыкова.


Встреча в Шакшинской школе

Встреча в Шакшинской школе

Приглашаем на общее собрание Союза писателей РБ

Опубликовано: 21-02-2017, 12:46 | Категория: Новости
Приглашаем на общее собрание Союза писателей РБ


31 марта 2017 года приглашаем на внеочередное общее собрание Союза писателей Республики Башкортостан, которое состоится в Доме актера им. Б. Юсуповой по адресу: г. Уфа, ул. Пушкина, д. 94.
Начало регистрации в 9.00.
Начало собрания в 10.00

В Москве прошли творческие встречи писателя-сатирика Марселя Салимова

Опубликовано: 21-02-2017, 12:35 | Категория: Новости
В Москве прошли творческие встречи писателя-сатирика Марселя Салимова


В Москве состоялись творческие встречи лауреата международных литературных премий «Алеко», имени Сергея Михалкова, имени Николая Гоголя, имени Владимира Гиляровского писателя-сатирика Марселя Салимова (Мар. Салим) с деятелями науки, искусства и культуры столицы.
Будучи членом правления Международной ассоциации творческих работников и действительным членом Русской академии наук и искусств, Марсель Шайнурович принял участие в презентации 20-го издания биографического инновационного справочника «Кто есть кто: Всемирное издание». Мероприятие прошло в Литературно-художественном центре заслуженного художника РФ Владимира Галатенко.
В своём выступлении редактор-составитель, президент ассоциации и академии, доктор физико-математических наук Виктор Никеров подчеркнул, что в юбилейном издании представлены биографии и информация о достижениях около 700 известных и перспективных соотечественников и иностранцев. Среди них – и наш знаменитый сатирик Марсель Салимов, который рассказал москвичам о предстоящих культурных мероприятиях, посвящённых 100-летию образования Республики Башкортостан.
В Москве прошли творческие встречи писателя-сатирика Марселя СалимоваВ Москве прошли творческие встречи писателя-сатирика Марселя Салимова

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 17-02-2017, 15:32 | Категория: Новости
Ҡотлайбыҙ!


Күренекле шағирыбыҙ Салауат һәм Лүзә Әбүзәровтарҙың ғаиләлә дүртенсе бала булып малайҙары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ! Арыҫлан исемле бәпескә, уның ағай-апайҙарына һәм ата-әсәһенә һаулыҡ,бәхет,оҙон ғүмер теләйбеҙ. Гел изгелектәр генә юлдаш булһын Әбүзәровтар ғаиләһенә!!!

Рафаэль Сафиндың тыуыуына 85 йыл

Опубликовано: 16-02-2017, 19:59 | Категория: Новости
Башҡортостандың күренекле шағиры, тәржемәсе, драматург Рафаэль Сафиндың тыуыуына 85 йыл айҡанлы шағир йәшәгән йортта урынлашҡан таҡтаташ янында хәтер сараһы үтте. Сара барышында әҙиптең халыҡ араһында киң танылыу алған шиғырҙары, йырҙары яңғыраны. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев йыйылған йәштәргә шағир хаҡындағы хәтирәләре менән бүлеште, ижады хаҡында һүҙ тотто. Лириктың ижадын өйрәнеү һәм мәңгеләштереү мәсьәләһе ҡаралды.

Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе

Күргәнем бар минең
тол ҡатындар бейегәнен
45-тә − Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул дауыллы бейеү
күҙ алдымда минең бөгөн дә).

Сәсрәп тора улар бейегәндә,
күктә түгел, залда ут-йәшен.
Бейей улар берсә көлә-көлә,
һыға-һыға берсә күҙ йәшен.

Ел-ямғырҙа талдар
бөгөлә-һығыла
сайҡалыша йылға ярында.
Талдар кеүек бөгөлә-һығыла
бейей
тол ҡатындар байрам залында.

Күңелдәре – ярты-йорто бәхет,
етем яҙмыш өсөн тулышҡан;
бейей улар арып йығылғансы,
ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа.

Күргәнем бар минең
аяҡһыҙҙар бейегәнен
45-тә – Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә).

Матур баҫа белмәй улар, ләкин,
күр, уларҙа күпме ут яна!
Йөҙҙәрендә – шатлыҡ, күҙҙәрендә
әле булһа нәфрәт һаҡлана.

Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡ
онотолалыр яйлап, тигәнгә.
Йөрәк тетрәй, туҡ-туҡ
һуғылғанда ағас аяҡ ағас иҙәнгә.

Туҡ-туҡ, гүйә, улар иҫкәртәләр
фажиғәһен үткән һуғыштың.
Туҡ-туҡ,− гүйә, шулай раҫлай
улар еңә барыу көсөн тормоштоң.

Күргәнем бар...
Сығып киткәнем бар
ауыр һулап байрам залынан.
Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе,
ах, күрмәһәм ине яңынан!

Рафаэль Сафиндың тыуыуына 85 йыл

ПОДАРИЛИ ЧАСТИЧКУ СВОЕГО ТВОРЧЕСТВА

Опубликовано: 15-02-2017, 18:02 | Категория: Новости
Недавно мы писатели - Панасенко Светлана и Леонид Соколов побывали в Центре детского чтения Национальной библиотеки им. А. З. Валиди. Нашими юными читателями были дети и подростки непростой судьбы. Они живут в социальном приюте «Березка» в пос. Михайловка Уфимского района. И мы старались подарить им частичку своего творчества, тепло своего сердца, чтобы зажечь в глазах детей надежду на хорошее светлое будущее, чтобы пробудить у ребят интерес к литературе и ее героям. Естественно, что в Год экологии я познакомила ребят с одной из своих экосказок «Молочный цветок»- о судьбе цветка, занесенного в Красную Книгу, рассказала о «Целебной азбуке», которая, надеюсь, увидит свет в этом году. Леонид Соколов был как всегда в своем амплуа, создав атмосферу всеобщего веселья. Стихи для детей, скороговорки и каламбуры так и сыпались, как из рога изобилия, на юных читателей. «Читайте больше, пусть книга будет вашим лучшим другом, тогда не останется времени для грустных мыслей»,- сказал Леонид Алексеевич. Мы подарили детям книги и сфотографировались на память. Эта встреча надолго запомнится и детям и нам, писателям.
Светлана Панасенко, член Союза писателей России и Башкортостана.


 ПОДАРИЛИ ЧАСТИЧКУ СВОЕГО ТВОРЧЕСТВА
 ПОДАРИЛИ ЧАСТИЧКУ СВОЕГО ТВОРЧЕСТВА

М. Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсына йомғаҡ яһалды

Опубликовано: 15-02-2017, 17:56 | Категория: Новости

Яҙыусы, фәйләсүф, ғалим Мәхмүт Ҡашғари - төрки донъяһының бөйөк улы. Уның "Диани лөғәт әт-төрк" хеҙмәтендә башҡа төрки халыҡтар менән йәнәш башҡорттар тарихы, йолалары һәм теле тураһында ла байтаҡ мәғлүмәт бар. М. Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы Евразия Яҙыусылар берлеге тарафынан 2009 йылда бөйөк шәхестең 100 йыллығы айҡанлы булдырылғайны. Инде ул дүртенсе тапҡыр үткәрелде. Башҡортостандағы төбәк этабы хикәйәлар конкурсына йомғаҡ яһалды. Бөгөн еңеүселәрҙе "Башинформ" агентлығында ҡотлау сараһы булып уҙҙы.

М. Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсына йомғаҡ яһалды
М. Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсына йомғаҡ яһалды

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 15-02-2017, 17:36 | Категория: Новости
Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Билдәле шағирә, уҡытыусы, педагогика фәндәре кандидаты, доцент Лилиә Сәғидуллинаны һәм яҙыусы, шағир, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Камил Фазлыйҙы тыуған көндәре менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 15-02-2017, 17:04 | Категория: Новости
Ҡотлайбыҙ!


Билдәле яҙыусы, мәғрифәтсе Лира Яҡшибаеваны 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Уның юбилей саралары 16 февраль Ғафури районы Сәйетбаба ауылында башлана.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ