» Материалы за 18.04.2017

В Уфе на 48-м году жизни скончался известный поэт, бард, филолог Дмитрий Масленников.

Опубликовано: 18-04-2017, 17:45 | Категория: Новости
В Уфе на 48-м году жизни скончался известный поэт, бард, филолог Дмитрий Масленников.


Любимый всеми поэт, кандидат филологических наук, доцент, руководитель уфимского ЛИТО «Тысячелистник» всю свою жизнь посвятил поэзии и педагогике. Печатался в уфимских и российских газетах и журналах. Долгие годы преподавал на филологическом факультете БГПУ.
Основные публикации Дмитрия Масленникова: сборники стихов «Человек меняет кожу», «Лаболиз», «Любимое занятие плюшевых медведей», «Тысячи и одна», «Фаллософия», «Пятое время года».

Прощание с любимым поэтом состоится в четверг, 20 апреля, в 11.00 по адресу: ул. Кольцевая, 205, кв. 13.

ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ОЛУҒ АҠҺАҠАЛЫ РӘШИТ ШӘКҮРОВ ҮҘЕНЕҢ 80 ЙӘШЛЕК ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘНЕ

Опубликовано: 18-04-2017, 17:38 | Категория: Новости
ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ОЛУҒ АҠҺАҠАЛЫ РӘШИТ ШӘКҮРОВ ҮҘЕНЕҢ 80 ЙӘШЛЕК ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘНЕ

“Бар булмышым менән мин илдеке,
Ил йәшәһә – мин дә ҡалырмын.
Тыуған халҡым, яңы дәүерҙәргә
Һинең менән бергә барырмын...” –
тип 80 йәшенә аяҡ баҫты олуғ аҡһаҡалыбыҙ, күренекле шағир һәм ғалим, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшит Закир улы Шәкүров.
Уның оло юбилейын билдәләргә баш ҡала халҡы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тамаша залына йыйылды. Эйе, Рәшит Закир улының бөгөнгә ҡәҙәр уҙған тормошо, халҡы алдындағы фиҙакәр хеҙмәте барыбыҙға ла үрнәк һәм ғорурлыҡ ул. Бөгөн сәхнә түренән генә түгел, ә халҡыбыҙҙың йөрәгенән урын алған аҡһаҡалыбыҙ Әлшәй районының Яңы Абдрахман ауылында дәһшәтле, ҡәһәрле 1937 йылдың ғинуарында ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килгән. Шуғалыр ҙа, ул йылдарҙың бейеклегенән сығып фекер йөрөткәндә, хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙҙың ер йөҙөндәге тәғәйенләнеше, ана шул һәләкәтле йылдарҙағы золом ҡорбандарына әйләнгән аҫыл заттарыбыҙҙы, ғәзиз халҡыбыҙҙың тоғро хеҙмәт итеүен ихтирамлап дауам итер өсөн бирелгәндер, тигән фекер тыуа... Шуға ла, әҙип һәм ғалим урау-урау тормош юлдары аша, ысын-ысынында ҡаршылыҡтарҙы үтеп сығып, фән, ғилем, ижад донъяһында үҙ юлын тапҡан да, залимдарға баш эймәйенсә фәҡәт үҙе булып ҡала белгән.

ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ОЛУҒ АҠҺАҠАЛЫ РӘШИТ ШӘКҮРОВ ҮҘЕНЕҢ 80 ЙӘШЛЕК ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘНЕ
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ