» Материалы за 11.01.2018

Яҙ йырының батшаһы…

Опубликовано: 11-01-2018, 10:40 | Категория: Новости
Яҙ йырының батшаһы…

Тормошта үкенесле мәлдәр йыш була. Ш. Бабич премияһы лауреаты Рәйес Түләк һуңғы китабын ҡулына алмай, фани донъяларҙан китте. Бер йыл элек кенә З. Биишева һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, көслө лирик шағир Рәмил Йәнбәккә лә «Иртә көҙ» китабын күрергә насип булманы. Үкенес. Ләкин автор баҫмаға йыйынтыҡты бик ныҡ уйлап, композицион яҡтан бай һәм тулайым итеп үҙе әҙерләп тапшырған. Уның рухи аманаты нәшер ителгәс, матбуғатта ләм-мим һүҙ булманы. Үҙе юҡтың – күҙе юҡ, тигән әйтемдең тура килеүеме? Хәйер, Рәмил Йәнбәктең китабын уҡып сыҡҡас, шатлыҡ тантанаһын кисерҙем. Хәстәрлекле ағайҙың һүҙен дә, тормошҡа һөйөп баҡҡан үҙен дә, йәшлек эҙҙәренән килгән ауазын да, халыҡ моңонан күскән көйҙө лә шиғри юлдарҙа, поэтик образдарҙа күрҙем. «Башҡортостан пионеры»нда эшләгән саҡта әҙәбиәт донъяһына әйҙәп, күңел ҡанаттарын нығытҡан Рәмил ағайға үҙемдән һуңлаған рәхмәт һүҙем дә булһын ине...
Башҡорт шиғриәтенең бай традициялары һәр ижадсыға ныҡлы таяныс. Ләкин үҙ һуҡмағыңды табыу – ижади талапсанлыҡтандыр. Рәмил Йәнбәк ошо һуҡмаҡта үҙен лирик шағир, тиеп танытты. Китаптың исеме лә «Иртә көҙ» уй-хистәрҙең драматик сағылышына ишара. Һәр миҙгелдең – үҙ мәле. Ҡайһыһының иртәләүе, бигерәк тә көҙҙөң – хафаға һала. Ләкин өс йөҙҙән ашыу шиғыр араһында ялған хис-тойғоларҙың сағылышы юҡ, ә ихлас кисерештәр тантанаһын күрәһең.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ