» Материалы за 03.04.2018

“Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинары үткәрелә

Опубликовано: 3-04-2018, 15:28 | Категория: Новости
“Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинары үткәреләЯңы исемдәр асыу, бөгөнгө проза талаптарын һәм үҙенсәлектәрен байҡау, оло әҙиптәр тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында, БР Яҙыусылар союзының Проза һәм публицистика секцияһы “Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинары үткәрә.
Сараға 50 йәшкә тиклемге башҡорт телендә проза өлкәһендә эшләүсе башҡорт яҙыусылары, тәнҡитселәр, билдәле әҙиптәр саҡырыла. Семинарсылар исемлеген секция һәм идара раҫлай. Бының өсөн ҡатнашырға теләүселәрҙән заявка ҡабул ителә. Унда 1-2 яңы проза әҫәре (ҡаралама хәлендә лә булыуы ихтимал), автор тураһында тулы мәғлүмәт (ҡайҙа йәшәй, ҡасан яҙыша башлаған, баҫылған әҫәрҙәре, китаптары һәм телефоны, электрон адресы) булырға тейеш.
Заявкаларҙы 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем nirazilya@yandex.ru, ilgizishbulatov@yandex.ru электрон адрестарына ебәрергә.
Сараны үткәреү ваҡыты һәм урыны апрель аҙағында хәбәр ителәсәк.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ