» Материалы за 13.04.2018

90-лет со дня рождения видного башкирского писателя Агиша Гирфанова

Опубликовано: 13-04-2018, 15:46 | Категория: Новости
90-лет со дня рождения видного башкирского писателя Агиша Гирфанова

14 апреля исполняется 90 лет со дня рождения видного башкирского писателя Агиша Шаиховича Гирфанова. В памяти представителей культурной общественности он остался как автор первого в башкирской советской литературе сатирического романа «Пузыри славы».
Агиш Гирфанов родился 14 апреля 1928 года в деревне Таймеево Месягутовского кантона Башкирской АССР. Является близким родственником писателя Хади Сагди и ученого-литературоведа Габдрахмана Сагди. Его детство и юность пришлись на годы Великой Отечественной войны. С 1942 по 1945 год он учился в Месягутовском педагогическом училище. В 1950 году Агиш Гирфанов окончил педагогический институт им. К.Тимирязева в Уфе.
20 апреля в Уфе состоится вечер памяти, посвященный 90-летию со дня рождения видного башкирского писателя и журналиста Агиша Шаиховича Гирфанова. Начало мероприятия – в 15 часов в актовом зале Союза писателей (ул. Коммунистическая, 34).

Йөрәк ҡаны яҙған исемдәре Алтын хәрефтәрҙә янырҙар

Опубликовано: 13-04-2018, 11:05 | Категория: Новости, Члены союза, Шиғри минуттар
Йөрәк ҡаны яҙған исемдәре  Алтын хәрефтәрҙә янырҙар
Йөҙ йыллыҡта – йөҙ шәхес

Башҡортостандың 100 йыллығына
100 шәхесте һайланылар.

Йөҙ йыллыҡҡа йөҙ шәхесте һайлау
Ауыр һынау булды бар халыҡҡа.
Барлағанда илем шәхестәрен
Һалып буламы ни тар ҡалыпҡа.

Йөҙ генәме, улар меңдән ашыу
Балҡытырлыҡ быуат йөҙҙәрен.
Үлемһеҙлек яулап, исемдәре
Йәшәтәләр тарих эҙҙәрен.

Йөҙ шәхестең һәр береһен алһаң,
Яҙмыштары – дастандарға торош.
Яуҙа ғына түгел, тыныс мәлдә
Тормоштары булған көрәш тотош.

Бер быуатта йәшәп киткәндәр ҙә,
Әле, бөгөн ғүмер иткәндәр ҙә –
Барыһы ла ил яҙмышын яҙған,
Киләсәккә ижад көсөн һалған.

Йөҙ йыллыҡта түгел, мең йыллыҡта
Исемдәре йәшәр шәхестәр бар.
Яҙмыштарын бейек күтәрерлек
Был донъяның барлыҡ тәхете тар.

Халыҡ күңелендә йәшәр улар,
Тарих хәтерендә ҡалырҙар.
Йөрәк ҡаны яҙған исемдәре
Алтын хәрефтәрҙә янырҙар.

Милләтебеҙҙең Мәрйәм инәйе

Опубликовано: 13-04-2018, 11:00 | Категория: Новости, Члены союза
Милләтебеҙҙең Мәрйәм инәйе

Халҡыбыҙҙың олуғ шәхесе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм апайҙы шулай уҡ күренекле замандаштарыбыҙҙың береһе Әхмәр Үтәбаев Мәрйәм анабыҙ тип яҙып сыҡҡайны. Был – халҡыбыҙҙы, уның арҙаҡлы шәхестәрен ҙурлай, заман үҙе тыуҙырған ҡаһарман йәнлеләрҙе күрә белеү өлгөһө лә!
Ошо көндәрҙә Мәрйәм апай Бураҡаева күркәм юбилейын билдәләне. Ул – баҫмабыҙҙың авторы ғына түгел, бик оҙаҡ йылдар алдырған уҡыусыһы ла, шуға күрә уға мөнәсәбәтебеҙ бик яҡты, ифрат йылы.
Байрамығыҙ, күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ, халҡыбыҙҙың Ил инәһе, ышаныслы дуҫ, гүзәл ҡатын Мәрйәм апай. Һеҙҙең булыуығыҙ – беҙгә һәр яҡлап терәк!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ