» Материалы за Август 2018 года

Ҡайғылы хәбәр

Опубликовано: 31-08-2018, 15:44 | Категория: Новости
Башҡорт әҙәбиәте оло юғалтыу кисерҙе - күренекле яҙыусы Сабир Нәғим улы Шәрипов көтмәгәндә яҡты донъяларҙы ташлап китте. Башҡортостан Яҙыусылар союзы әҙиптең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Хушлашыу 1 сентябрь сәғәт 11-ҙә Яҙыусылар союзы бинаһында (Коммунистик урамы, 34) үтәсәк.

Ҡайғылы хәбәр

ЗӘКИ ӘЛИБАЕВ: ӘҘӘБИӘТТЕҢ ҠИБЛАҺЫ ҮҘГӘРМӘЙ

Опубликовано: 22-08-2018, 17:26 | Категория: Новости, Члены союза, В СМИ
ЗӘКИ ӘЛИБАЕВ: ӘҘӘБИӘТТЕҢ ҠИБЛАҺЫ ҮҘГӘРМӘЙБеҙ билдәле шәхестәрҙең тормоштағы ваҡиғаларға ҡарашын ғына түгел, ә уларҙың ҡабатланмаҫ күңел донъяһын, йәшәү фәлсәфәһен, тойғо һәм кисерештәрен дә белергә ынтылабыҙ. Юҡ, ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн генә түгел, ә үҙебеҙгә ниндәйҙер фәһем һәм тәжрибә алыу өсөн дә, бәлки. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә лә йәшәү мәғәнәһе, маҡсатҡа ынтылыш, уңыш һәм уңышһыҙлыҡ кеүек темаларҙы урап үтә алманыҡ. Ысынлап та, ни өсөн кемдер маҡсатына өлгәшә, ә кемдер ярты юлдан кире борола? Атай һәм әсәй тәрбиәһе тормош юлында ҡасанға тиклем ҡалҡан була? Ә ҡайһы ваҡыт тик үҙ аҡылыңа ғына таянырға? Әҙәбиәттең киләсәгебеҙҙе ҡотҡара алырлыҡ көсө ҡалғанмы? Эйе, бик күп етди һорауҙар йыйылғайны. Беҙ уларға бөгөнгө геройыбыҙ – танылған ғалим, әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, филология фәндәре кандидаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы ӘЛИБАЕВ менән яуап табырға тырыштыҡ.

Рәмзәнә Әбүталипованың “Бесәй быйма эсендә” тигән китабы донъя күрҙе

Опубликовано: 22-08-2018, 17:10 | Категория: Новости, Члены союза
Рәмзәнә Әбүталипованың “Бесәй быйма эсендә” тигән китабы донъя күрҙе
Филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы кафедраһы профессоры, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы Рәмзәнә Әбүталипованың “Бесәй быйма эсендә” тигән китабы донъя күрҙе.

Известному писателю Радику Вахитову - 70 лет!

Опубликовано: 17-08-2018, 10:11 | Категория: Новости, Члены союза
Известному писателю Радику Вахитову - 70 лет! Сегодня отмечает 70-летний юбилей известный писатель, журналист, член Союза писателей России и Республики Башкортостан, лауреат премии имени Шагита Худайбердина, автор книг «Шежере Салавата», «Под крыло двуглавого орла», «От Урал Батыра до Салавата Юлаева» Радик Шакирович Вахитов! Желаем имениннику долгих лет жизни, крепкого здоровья, успехов в творчестве!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ