» Материалы за 10.09.2018

Зәки Әлибаев - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты!

Опубликовано: 10-09-2018, 15:07 | Категория: Новости
Зәки Әлибаев - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты!
Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевты Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булып һайланыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Республикабыҙ һәм халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге хеҙмәтендә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Искренне поздравляем председателя Союза писателей Республики Башкортостан Заки Арслановича Алибаева с избранием депутатом в Государственное Собрание – Курултай Республики Башкортостан! Желаем ему дальнейших успехов во всех начинаниях во благо республики и нашего народа!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова күркәм юбилейын билдәләй!

Опубликовано: 10-09-2018, 10:27 | Категория: Новости, Народные поэты, Члены союза, В СМИ
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова күркәм юбилейын билдәләй!
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист, 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСР-ҙың (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры,Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысованың күркәм юбилейы! Ҡәләмдәшебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр, илһамлы ижад теләп ҡалабыҙ!

Ихлас ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 10-09-2018, 10:08 | Категория: Новости, Члены союза, Шиғри минуттар
 Ихлас ҡотлайбыҙ!Бөгөн танылған шағирә, яҙыусы һәм журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова үҙенең күркәм юбилейын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Йөҙөгөҙҙән ҡояш нуры китмәһен, күңелегеҙҙә йәй йылыһы йәшәһен, һәр иртәгеҙ бәхет-шатлыҡтар менән башланһын!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ