Шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына – 80 йыл!

Опубликовано: 15-07-2018, 12:59 | Категория: Новости, Члены союза, Шиғри минуттар
Шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына – 80 йыл!
Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева, Сергей Чекмарёв, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Назар Нәжми исемендәге премиялар лауреаты, Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы Ирек Лотфый улы Кинйәбулатовтың тыуыуына – 80 йыл! Арҙаҡлы ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ!

Роберт Паль отмечает 80-летний юбилей!

Опубликовано: 15-04-2018, 13:10 | Категория: Новости, Члены союза, Шиғри минуттар
Роберт Паль отмечает 80-летний юбилей!
Сегодня 80-летний юбилей отмечает известный поэт, писатель, переводчик, член Союза писателей Российской Федерации и Республики Башкортостан, заслуженный работник культуры Республики Башкортостан, лауреат многих литературных премий Роберт Васильевич Паль. Он широко известен как автор многих поэтических книг, романов и повестей. Его хорошо знают и как талантливого переводчика произведений башкирских авторов на русский язык.

Йөрәк ҡаны яҙған исемдәре Алтын хәрефтәрҙә янырҙар

Опубликовано: 13-04-2018, 11:05 | Категория: Новости, Члены союза, Шиғри минуттар
Йөрәк ҡаны яҙған исемдәре  Алтын хәрефтәрҙә янырҙар
Йөҙ йыллыҡта – йөҙ шәхес

Башҡортостандың 100 йыллығына
100 шәхесте һайланылар.

Йөҙ йыллыҡҡа йөҙ шәхесте һайлау
Ауыр һынау булды бар халыҡҡа.
Барлағанда илем шәхестәрен
Һалып буламы ни тар ҡалыпҡа.

Йөҙ генәме, улар меңдән ашыу
Балҡытырлыҡ быуат йөҙҙәрен.
Үлемһеҙлек яулап, исемдәре
Йәшәтәләр тарих эҙҙәрен.

Йөҙ шәхестең һәр береһен алһаң,
Яҙмыштары – дастандарға торош.
Яуҙа ғына түгел, тыныс мәлдә
Тормоштары булған көрәш тотош.

Бер быуатта йәшәп киткәндәр ҙә,
Әле, бөгөн ғүмер иткәндәр ҙә –
Барыһы ла ил яҙмышын яҙған,
Киләсәккә ижад көсөн һалған.

Йөҙ йыллыҡта түгел, мең йыллыҡта
Исемдәре йәшәр шәхестәр бар.
Яҙмыштарын бейек күтәрерлек
Был донъяның барлыҡ тәхете тар.

Халыҡ күңелендә йәшәр улар,
Тарих хәтерендә ҡалырҙар.
Йөрәк ҡаны яҙған исемдәре
Алтын хәрефтәрҙә янырҙар.

КҮМЕРҠАЛА

Опубликовано: 27-03-2018, 17:06 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
КҮМЕРҠАЛА КҮМЕРҠАЛА

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Был хушлашыу көнө, моғайын.
Һау булығыҙ яҡын туғандарым –
Атай, әсәй, апай, ағайым!..

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Томанланған хатта ишектәр.
Битарафлыҡ тәҡдирҙәре беҙҙең
Яҙмыштарҙа булған бишектән.

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Ялҡын теле бөтә тарафта.
Күмерҡалаға беҙ әйләнербеҙ,
Әйләнербеҙ йәки торфҡа.

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Яндырғандар борон гел бикләп.
Әмәлдәре юҡ был сараларҙың,
Сығып булмай бынан имгәкләп...

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Тик ялҡыны ҡалыр был ерҙә.
Балаларын ҡорбан иткән ҡала
Бар картала, бар ул Себерҙә...

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Күмерҡаланың беҙ күмере.
Беҙ иҫкәртеү булдыҡ һәләкәткә,
Беҙ иҫкәртеү булдыҡ бар халыҡҡа...
Нәфсе ҡоло йәшәй, ул тере!..

Лариса АБДУЛЛИНА

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 2-12-2017, 10:40 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, әҙәби тәнҡитсе, ғалим-педагог, профессор, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәнил Тимерйән улы Күзбәков ғүмер байрамын - 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесенә оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ҡаурый ҡәләменең артабан да арымай-талмай халҡы мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүен теләп ҡалабыҙ! Башҡарған ғәмәлдәрегеҙ, кешелеклегегеҙ, кеселеклегегеҙ йәш быуынға өлгө булып тора, киләсәгебеҙҙе яҡтырта, Фәнил Тимерйән улы! Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 1-11-2017, 13:10 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
Бөгөн күренекле шағирә, журналист, дәүләт эшмәкәре Йомабикә Ильясованың онотолмаҫ ғүмер байрамы – тыуған көнө! Ҡәләмдәшебеҙҙе юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң саф, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 31-10-2017, 10:26 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
Бөгөн күренекле шағир һәм яҙыусы Әхмәҙин Әфтәх үҙенең ғүмер байрамын – 70 йәшен билдәләй! Ҡотлайбыҙ!

РЕФЕРЕНДУМ

Опубликовано: 8-09-2017, 09:12 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
Барлағандай беҙҙең арабыҙҙы,
Йыйнағандай бөгөн бер тупҡа:
- Һин башҡортмо? – тиеп һорау бирҙе
Башҡорт теле һәр бер башҡортҡа.
РЕФЕРЕНДУМ

Юҡҡа-барға көйәләнмә...

Опубликовано: 25-08-2017, 10:20 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
Йәй буйы йәйҙе әрләнек,
Күрмәнек тип йәй төҫөн.
Яуһа, төбө төштө, тинек,
Аяҙ булһа, һай, эҫе!
Юҡҡа-барға көйәләнмә...

Әҙәби кесаҙна

Опубликовано: 18-01-2017, 11:23 | Категория: Новости, Народные поэты, Члены союза, Шиғри минуттар
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан республикаһының яҙыусылар союзы үҙенең “Әҙәби кесаҙна”һын тергеҙеүҙе ниәт иткәйне. Ошо йәһәттән бына, ниһайәт, шиғриәт һөйөүселәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән осрашты ла инде... (Дауамын уҡыр өсөн мәҡәләнең исеменә баҫығыҙ)

Әҙәби кесаҙна

Гөлнара Хәлфетдинова. Әсәләре илар

Опубликовано: 12-12-2016, 13:01 | Категория: Шиғри минуттар
Юҡ тимәгеҙ беҙҙә аҫыл ирҙәр,
Таж кеймәгән улар, күренмәҫ.
Башы булған башҡорт мин-минләнеп,
Күренер өсөн генә үрелмәҫ.

Юҡ тимәгеҙ беҙҙә аҫыл ирҙәр,
Аҫыл ирҙәр бүре шикелле,
Күренер өсөн генә цирк күрһәтеп
Майҙан тотоуҙары икеле.

Гөлнур Ҡыуатова. ХХХ

Опубликовано: 10-12-2016, 12:59 | Категория: Шиғри минуттар
Уйламаған ерҙән осраштыҡ та,
Әллә ниҙән күҙҙәр ҡауышты.
Шул минуттан алып аңламайым,
Ҡайһы ерҙә аҡыл яңлышты?
Илертерлек итеп көлгәндәме,
Ихласлығым менән һөйгәндәме?
Әллә инде ирендәрем наҙлап,
Булмышыңды күккә сөйгәндәме?

Тамара Ганеева. ХХХ

Опубликовано: 10-12-2016, 12:55 | Категория: Шиғри минуттар
Төштремдә ҡат-ҡат һине күрәм,
Һыбай еләм,
Булһын именгә.
...Сәфәрҙрәҙән ҡайтты туры атым,
Тышауламай ҡыуам тибенгә.

Бер нигә юҡ талап-дәғүәләрем,
Шаулап ҡалды бәйге-майҙандар.
Йә бил бөккән, йә бил биргәнемдә,
Тормош үҙе һеңде һеңерҙәргә,
Яҙмағандар яҙҙы,
Яҙғандар.

Гузаль Ситдыкова. ҠАЙТЫУ

Опубликовано: 10-12-2016, 12:52 | Категория: Шиғри минуттар
Йәшәү менән үлем араһында
Йән талашып иҫһеҙ ятҡанда
Баш осома килде бер фәрештә...
Рәхәт ине уға баҡҡанда.
Һыҙланыу ҙа, ҡайғылар ҙа үткән,
Ниндәйҙер көс гүйә ялмаған,
Кәрәк түгел бер ни... Онотолған,
Борсолорлоҡ уй ҙа ҡалмаған.

Тансулу Карамышева. Өмөт

Опубликовано: 8-12-2016, 12:51 | Категория: Шиғри минуттар
Һүндерәм дә ҡабыҙам,
Ҡабыҙам да һүндерәм.
Ялҡынлатам хистәрҙе,
Йә ҡабат һүрелдерәм.
Ҡарап рухлы йәштәргә
Терелтәм өмөт ҡуҙын.
Тоҡандырам ҡабаттан
Башҡортомдоң йондоҙон.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ