» » З.Вәлит. ЙЫРАҒАЯ АРАЛАР.

З.Вәлит. ЙЫРАҒАЯ АРАЛАР.

Опубликовано: 5-12-2016, 12:44 | Категория: Шиғри минуттар
Күңелдәге яҡты хәтирәләр
Юҡҡа сыҡҡан заман ҡотора.
Уның мөнбәрендә , ниҙер көтөп,
Күҙлебүкән ҡарап ултыра ...

Нимә көтә , илдең ҡороуынмы,
Китеүенме ҡасып сит илгә ?
Берәү ҡасып , бишәү килгән саҡта
Тынғы булмаҫ йыртыҡ күңелгә ...

Ил байлығын һатып ситкә ҡасып
Йәшәгәндә түрә - ғаралар ;
Ябай халыҡ ҡаса бер - беренән,
Йырағая бара аралар .

Уйламаған көн юҡ , балаларым
Ниндәй икән , тиеп , хәлдәләр ?..
Туғанлашыр заман килгәндә лә
Дошманлашыр ах(ы)ры бәндәләр...
З.Вәлит.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ