» » Танзиля Давлетбердина. Буран

Танзиля Давлетбердина. Буран

Опубликовано: 6-12-2016, 12:47 | Категория: Шиғри минуттар
Ағастарға шыуып менеп,
Йылан кеүек ыҫылдай.
Буран өлгөр, буран тилбер –
Ҡайҙа ғына ҡыҫылмай!
Ҡуйыныңа инеп сыға,
Ҡолағыңа оялай.
Уның әрһеҙ ҡылығынан
Ай, Ҡояш та ояла!
Әрһеҙ ҡунаҡты индермәй,
Ҡояш, Айы ла ҡаса.
Шуға Кешенең ҡапҡаһын
Буран сайылдап аса.
Өй мөйөшөнән үрмәләп,
Менә ҡыйыҡ башына,
Шунан : “Мин хужамын! ” – тиеп
Бейей, уйнай, шашына.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ