» » Тамара Искәндәриә. ЕТЕ ҠЫҘ

Тамара Искәндәриә. ЕТЕ ҠЫҘ

Опубликовано: 7-12-2016, 12:49 | Категория: Шиғри минуттар
Тулған айҙың яҡтыһында
Ойоп бейей ете ҡыҙ.
Керпегенән нур тамғанын
Тойоп бейей ете ҡыҙ.
Бер һағышлы көйҙө йәнгә
Уйып бейей ете ҡыҙ.

Күтәрелеп ҡарамаҫтар
Һылыуҙар һеҙҙең күҙгә.
Башҡорт ҡыҙҙары ғорур, тип,
Баҫмағыҙ, тиеп, теҙгә,
Әйтеү әйтерҙәр мәңгегә,
Әйләнерҙәр ҡарһүҙгә...

Күл өҫтөндәге көҙгөлә
Йөҙөп бейей ете ҡыҙ.
Күңелдәрҙән моң даръяһын
Һөҙөп бейей ете ҡыҙ.
Сеү! Әүернә тамғаһын бит
Төҙөп бейей ете ҡыҙ!

Бына улар ҡапыл бергә
Ҡараштарын күтәрҙе.
О, ул ҡараш! Тетрәндерер
Хатта аяҙ күктәрҙе.
Фатихаһын биреп, улар
Үтер һуңғы күперҙе...

Асылғандай тарихтағы
Фасыл ғына – ете ҡыҙ.
Намыҫ көслө үлемдән, ти
Аҫыл ғына ете ҡыҙ.
Тормош әүернәһен беҙгә
Васыят ҡыла ете ҡыҙ.

Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ!..

Тамара Искәндәриә.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ