» » Тансулу Карамышева. Өмөт

Тансулу Карамышева. Өмөт

Опубликовано: 8-12-2016, 12:51 | Категория: Шиғри минуттар
Һүндерәм дә ҡабыҙам,
Ҡабыҙам да һүндерәм.
Ялҡынлатам хистәрҙе,
Йә ҡабат һүрелдерәм.
Ҡарап рухлы йәштәргә
Терелтәм өмөт ҡуҙын.
Тоҡандырам ҡабаттан
Башҡортомдоң йондоҙон.
Ҡабына, һүнә тойғо
Ҡараһам рухһыҙҙарға.
Әйҙәй улар халҡымды
Ҡараңғы упҡындарға.
Ҡарап рухлы йәштәргә
Упҡындан сыҡҡан мәлем.
Һүндерәм дә ҡабыҙам -
Осҡонло әле йәнем.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ