» » Тамара Ганеева. ХХХ

Тамара Ганеева. ХХХ

Опубликовано: 10-12-2016, 12:55 | Категория: Шиғри минуттар
Төштремдә ҡат-ҡат һине күрәм,
Һыбай еләм,
Булһын именгә.
...Сәфәрҙрәҙән ҡайтты туры атым,
Тышауламай ҡыуам тибенгә.

Бер нигә юҡ талап-дәғүәләрем,
Шаулап ҡалды бәйге-майҙандар.
Йә бил бөккән, йә бил биргәнемдә,
Тормош үҙе һеңде һеңерҙәргә,
Яҙмағандар яҙҙы,
Яҙғандар.

Тал сыбыҡтан ситән ҡыуыш үрәм,
Төштәр күрәм. Булһын именгә.
...Бәйгеләрҙә сапҡан туры атым,
Тыныс ҡына утлай тибендә.

Бер нигә юҡ үпкә-дәғүәләрем,
Аҫыл йәрем китте яттарға.
Тик төштәргә инеп уйландыра,
Һыҙландыра ҡайһы саҡтарҙа.

Ҡара-сыбар һыйыр һатып алам,
Мөңрәп торһон ҡура-һарайым.
Төшөндөрәм йәшәү айышына
Таҡыр башлы күрше малайын.

Ә беҙҙең ҡыҙ күптән буй еткерҙе,
Һиңә оҡшаған, күҙҙәр теймәһен.
Ҡулдан китте. Йәтим диуарымдың
Элмәй көтәм ишек келәһен.

Күҙ эленһә, йәнә һине күрәм.
Һыбай еләм.
Булһын именгә.
Утлуҙарҙа кешнәй туры атым -
Тибендәргә сыҙау ҡыйын микән?
Өйрәнгән шул малҡай теҙгенгә.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ