» » Гөлнур Ҡыуатова. ХХХ

Гөлнур Ҡыуатова. ХХХ

Опубликовано: 10-12-2016, 12:59 | Категория: Шиғри минуттар
Уйламаған ерҙән осраштыҡ та,
Әллә ниҙән күҙҙәр ҡауышты.
Шул минуттан алып аңламайым,
Ҡайһы ерҙә аҡыл яңлышты?
Илертерлек итеп көлгәндәме,
Ихласлығым менән һөйгәндәме?
Әллә инде ирендәрем наҙлап,
Булмышыңды күккә сөйгәндәме?
Ни булһа ла беҙ яңлыштыҡ инде,
Ҡара төндәр иттем яҡты көндө.
Тере килеш ҡалды мөхәббәтем,
Тик күңелдә шатлыҡ йыры үлде.
Тағы шулай барыр юлдарыбыҙ,
Осрашһалар ине яңлыштан.
Хаталанмаҫ инем, сара табып,
Ҡауыштырыр инем яҙмышты.
(Гөлнур Ҡыуатова)
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ