» » Гөлнара Хәлфетдинова. Әсәләре илар

Гөлнара Хәлфетдинова. Әсәләре илар

Опубликовано: 12-12-2016, 13:01 | Категория: Шиғри минуттар
Әсәләре илар

Юҡ тимәгеҙ беҙҙә аҫыл ирҙәр,
Таж кеймәгән улар, күренмәҫ.
Башы булған башҡорт мин-минләнеп,
Күренер өсөн генә үрелмәҫ.

Юҡ тимәгеҙ беҙҙә аҫыл ирҙәр,
Аҫыл ирҙәр бүре шикелле,
Күренер өсөн генә цирк күрһәтеп
Майҙан тотоуҙары икеле.

Юҡ тимәгеҙ беҙҙә аҫыл ирҙәр,
Аҫылдары шоңҡар ишеләр.
Улар үрелмәйсә үрҙә булған
Күңелдәре бейек кешеләр.

Юҡ тимәгеҙ беҙҙә аҫыл ирҙәр,
Тәрән йылғалар ҙа аға тын.
Аҫыл ирҙәр ажарланмай ғына
Хәстәрләйҙәр нәҫел ағасын.

Аҫылдарҙың асылын шунан таны:
Мәрхәмәттер - күңел байрағы.
Ә ҡынында изгелекте яҡлар
Ҡылысы бар, тағы ҡайрағы.

Юҡ тимәгеҙ беҙҙә аҫыл ирҙәр,
Егеттәрҙең әсәләре илар.
Башҡорт ҡатындары батыр таба,
Ир-уҙаман тәрбиәләй улар.

Юҡ тимәгеҙ беҙҙә аҫыл ирҙәр,
Әсәләре рәнйер аҫылдарҙың.
Был һүҙҙәрҙе әйтә алған кеше
Милләтенең белмәй асылдарын.

(Гөлнара Хәлфетдинова)
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ