» » Лариса АБДУЛЛИНА. ИЛСЕ ЗӘКИ

Лариса АБДУЛЛИНА. ИЛСЕ ЗӘКИ

Опубликовано: 4-12-2016, 13:10 | Категория: Шиғри минуттар
Зәки Вәлидиҙең яратҡан йырҙарының береһе «Илсе Ғайса» булған
Аҙашҡан болан балаһын
Һағынып илай бер ир.
Эй, Хоҙайым, ир илаһа,
Иленә түҙемлек бир!

Илен һағынып йырлаһа,
Иленән елдәр иҫер.
Илен һинән артыҡ һөйһә,
Эй, Хоҙайым, мең кисер!

Телен һағынып моңланһа,
Өндәшер һиңә, Хоҙай!
Балҡып китер таныш өндәр,
Күңел дәфтәре – туҙҙай.

Тел асҡыстарын тотҡанда,
Һипкәндә иман нурын –
Иҫкә төшкән атайсалы,
Йөрәген һурып-һурып.

Аҙашһа – болан аҙашыр,
Аҙашмаҫ Илсе Зәки!
Үҙенең үкһеҙ һағышын
Аҙаштырған ул, бәлки...

Әллә ниҙәр аҙашһа ла,
Аҙашһа тарих, иман,
Аҙашмаҫ Зәки Вәлиди,
Уның ҡорҙашы Инан.

Әллә кемдәр аҙашһа ла,
Аҙашһа ҡараш, күҙҙәр,
Аҙашмаҫ халҡы рухына
Зәки төбәгән һүҙҙәр!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ