» » Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы

Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы

Опубликовано: 25-01-2016, 14:46 | Категория: Новости, Конкурсы
Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһыЗәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы2016 йылдың 22 ғинурарында Күгәрсен районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы булып уҙҙы.

Быйылғы лауреаттарҙы икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алғандан һуң, ҡунаҡтар Зәйнәб апайҙың тыуған ауылы Туйембәттә әҙибәнең йорт-музейында булды.

Тантаналы сара күптән түгел генә асылған Исем күп тармаҡлы мәҙәни үҙәгендә үтте. Сараны Күгәр¬сен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин асты.
Зәйнәб Биишева исемендәге 2015 йылғы район әҙәби премияһына киләһе лауреаттарыбыҙ лайыҡ тип табылды.

Күгәрсен районы үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре коллективы тәҡдим иткән Сапыҡ төп белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәким Ғәлийән улы Алсынбаев. Урал аръяғы ижади көстәренең «Ҡуңыр буға» берләшмәһе» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, «Мораҙым» гәзите, «Аманат», «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә, «Йәш тауыштар» исемле республика сараларында әүҙем ҡатнашыусы, «Иң танылған ҡәләм оҫтаһы» номинацияһы еңеүсеһе. Был премияға - «Күңел дәфтәре» шиғырҙар йыйынтығы өсөн тапшырылды.

Күгәрсен урта мәктәбе уҡытыусылар коллективы тарафынан тәҡдим ителгән шағир, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөфәр Зәки улы Вәлитов – 9 шиғри йыйынтыҡ һәм 30-н ашыу йыр тексы авторы. Был әҙәби премияға «Мин йәшәгән донъя», «Һайраһын бурандарым» шиғырҙар йыйынтығы өсөн тапшырылды.

Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһыЮғары бүләккә лайыҡ булыусыларҙы ҡотлап, район Хакимиәте башлығы Ф.М.Мусин лауреат танытмаһы, билдәһе һәм премияһын тапшырҙы.
Күркәм байрамда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаты – Хәләф Хәлфитдин улы Ишморатов, Башҡортостан Республикаһының милли-әҙәбиәт музейы директоры, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге йәмәғәт ойошмаһының рәйес урынбаҫары Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова, күренекле яҡташтарыбыҙ «Ағиҙел» әҙәби-нәфис журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Зәйнәб Биишева исемендәге район премияһы лауреаты, шағир, Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков, «Халыҡтар Дуҫлығы» Ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялары лауреаты Ләлә Биишева, Башҡортостан Дәүләт телерадиокампанияһының «Хазина» ижад берекмәһе комментаторы, Зәйнәб Биишева исемендәге район премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының журналистар Сюзы ағзаһы, яҙыусы-драматург Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина, лауреаттар, уҡытыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ