» » 23 АҠЪЮЛАЙ КӨНӨ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫНДА “ИЖАДИ ЛАБОРАТОРИЯ” ҮҘ ЭШЕН БАШЛАНЫ

23 АҠЪЮЛАЙ КӨНӨ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫНДА “ИЖАДИ ЛАБОРАТОРИЯ” ҮҘ ЭШЕН БАШЛАНЫ

Опубликовано: 11-01-2017, 22:46 | Категория: Новости, Молодые авторы
Хәйер, был турала бәйән итер алдынан, ғөмүмән, Яҙыусылар союзының һуңғы айҙағы ваҡиғаһы менән таныштырып үтмәксебеҙ. Инде күптәргә билдәле булғанса, Йыллыҡ йыйылышын уҙғарғайны Әҙәби мәхәлләбеҙ. Ә инде бер төркөм ижадсы йәштәрҙең артабанғы хәрәкәт итеүҙәре тап шул ваҡиғаға бәйләнде лә инде. Йыйылышта Союздың уставы үҙгәртелеп, шул арҡылы йәш кешегә лә Идара рәйеслегенә һайланыу мөмкинселеге булдырылып, рәйес вазифаһын башҡарыусы итеп Зәки Арыҫлан улы Әлибаев һайланыу менән, күп ваҡыт та үтмәй, бынан бер-нисә йыл элек ойоша башлаған йәштәр инде Союзда үҙҙәренең беренсе ултырышын да уҙғарҙы. Уларҙың теләге - Союзда йәштәр бүлеге булдырылып, шул бүлек арҡылы үҙҙәре тәҡдим иткән ижади проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы булды. Ә был проекттарҙың тәүмаҡсаты, әлбиттә, халҡыбыҙҙың милли әҙәбиәтенә хеҙмәт итеүгә ҡайтып ҡала. Һәр хәлдә, киләсәк йәштәр ҡулында бит. Улар оло әҙиптәр менән бергә эшләп, уларҙың фатихаһын алып ҡалырға тейеш тә...
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, йәштәрҙең ижадына йүнәлеш биреү йәһәтенән уҙғарылды ла инде Ижади лаборатория. Адан уҡ лабораторияға тигән әҫәрҙәр Яҙыусылар Союзына тапшырылып, унда уларҙы әҙәбиәтебеҙҙең хөрмәтле әҙиптәре Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Зөфәр Вәлитов һәм Салауат Әбүзәров анализлап, үҙ фекерҙәрен әҙерләгәйне. Әлегә башлап үҙ әҫәрҙәрен Яҙыусылар Союзының йәш ағзаһы Зарина Бағышаева, Таңсулпан Рәсүл һәм Айгөл Йәмилева тикшертте. Әлбиттә, был өс йәш шағирә шиғриәттә үҙ юлдарын тапҡандар тип әйтергә булалыр. Зарина Бағышаеваның беренсе китабы сығыуға хәҙер инде ун йыллап ваҡыт үтһә, Таңсулпан Рәсүлдеке биш йыл элек Учалы яҙыусылар ойошмаһында сыҡҡайны. Кемдер өсөн был тәүге аҙымдар һымаҡ күренһә лә, барыбер ҙә үҙеңдең ижадыңа халыҡ шағирҙарының төплө һүҙҙәрен, фатихаларын алмай тороп, әҙәбиәткә килдем, тип ныҡлы әйтеп булмайҙыр ул. Ошо йәһәттән шиғырҙарға ныҡлы анализ эшләнде, уның мәғәнәүи тәғәйенләнеше, образ ҡоролошонан алып ритм-рифмаларына тиклем фекерҙәр әйтелде. Был йыйылыштағы һәр өлкән шағир йәш кешенең ижадын үҙенсә асты. Тимәк, әҙәбиәтебеҙгә килгән йәштәргә янып-көйөп ижад итергә генә ҡала. Уларҙың был изге башланғыстарын хуплап, Яҙыусылар Союзының рәйесе вазифаһын башҡарған Зәки Арыҫлан улы ла йәштәр өсөн бик уңышлы көн булғанын әйтеп үтте. Һәм ошо эште башлап ебәргән, һәр шиғырҙы, һәр һүҙҙе ентекләп тикшереп үҙҙәренең ихлас фекерҙәрен әйткән шағир ағайҙарыбыҙға рәхмәтен еткерҙе.
Ә иһә Ижади лаборатория айына бер тапҡыр уҙғарыласаҡ. Һәм шуның өсөн дә, үҙҙәренең ижадтарына ентекле анализ күрергә теләгән йәш ижадсыларҙы Яҙыусылар союзының йәштәр бүлегенә, ижади лабораторияһына саҡырып ҡалабыҙ!
23 АҠЪЮЛАЙ КӨНӨ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫНДА “ИЖАДИ ЛАБОРАТОРИЯ” ҮҘ ЭШЕН БАШЛАНЫ
23 АҠЪЮЛАЙ КӨНӨ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫНДА “ИЖАДИ ЛАБОРАТОРИЯ” ҮҘ ЭШЕН БАШЛАНЫ
23 АҠЪЮЛАЙ КӨНӨ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫНДА “ИЖАДИ ЛАБОРАТОРИЯ” ҮҘ ЭШЕН БАШЛАНЫ
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ