Хушлашыу

Опубликовано: 12-01-2017, 02:14 | Категория: Новости, Члены союза
Башҡортостан халҡы ҙур юғалтыу кисерҙе. Башҡорт шиғриәтенең ҡабатланмаҫ шағиры һәм журналист Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Туғандары, яҡындары һәм милләтебеҙҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Һәр кемебеҙҙең күңелдәрендә мөхәббәткә дан йырлаған иҫ киткес лирик шағир булараҡ һаҡланған аҫыл милләттәшебеҙҙе 64 йәшендә генә ер ҡуйынына һалабыҙ.
Һинең яҡты йөҙөң, башҡорт шиғриәтендә, журналистикаһында әйткән һүҙең мәңге хәтерҙәрҙә һаҡланыр. Бәхил бул, һөйөклө ҡәләмдәшебеҙ!

Шағир менән хушлашыу 12:00 сәғәттә Яҙыусылар союзында үтә.

Хушлашыу
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ