Һөйөнсө!

Опубликовано: 12-01-2017, 13:12 | Категория: Новости, Молодые авторы
З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Әҙәби нағыш" шиғырҙар һәм проза йыйынтығы донъя күрҙе. "Сәсмәүерҙәр майҙанында" С. Фазлыев, М. Әхмәтйәнова, М. Ҡаһарманова, В. Мәжитова, Л. Мырҙағолова, Р. Вәлиев, Т. Баһауетдинова, Л. Хәсәнова, Г. Саматова, Р. Иҫәнбаева. Н. Усманова, Э. Харисова-Кейекҡужина, И. Исламов, Р. Ырыҫҡужина әҫәрҙәре донъя күргән.
Шиғриәттә ун бер авторҙың шиғырҙары баҫылды. Гөлфирә Вәлиеваның, Венер Сәлиховтың берәр шиғырын бында ҡуям да, ҡалғандарының беренсе битен тәҡдим итәм!!! (10 фотонан артыҡ ҡуйып булмағанын беләһегеҙ). Ҡаршы алығыҙ: Фидаил Сафин (Ҡариҙел), Фәнис Сирбаев (Баймаҡ), Венер Сәлихов (Белорет), Айгөл Йәмилева (Бөрйән), Гөлназ Искәндәрова (Көйөргәҙе), Денис Ғилманов (Учалы), Гөлүзә Әхмәҙиева (Дәүләкән), Гөлфирә Вәлиева (Әбйәлил), Айгөл Муллағәләмова ( Әбйәлил), Зәлифә Байышева (Дыуан), Зөлфирә Сөнәғәтуллина (Стәрлетамаҡ). Ҡыуанығыҙ: башҡорт әҙәбиәтенә яңы тулҡын килә!!!

Гөлфирә ВӘЛИЕВА
ГӘЛСӘР БӘХЕТ
Ниндәй матур тарих яҙҙыҡ икәү,
Мөхәббәтебеҙгә дан йырлап.
Шул даныбыҙ, шаңдау булып килеп,
Яныбыҙҙан үтте шыбырлап.

Оло һәйкәл ҡойҙоҡ мөхәббәткә,
Мәңгелек, тип, беҙҙең саф хистәр.
Иҫтәлеген ләкин ул хистәрҙең,
Һаҡлап ҡалды бары шул кистәр...

Йыһандарҙы иңләп, остоҡ икәү,
Ҡанат ҡуйғас ярһыу мөхәббәт.
Тик күктәрҙән кире ҡолап төштөк,
Ә күңелдә ҡалды йәрәхәт.

Яҙмыш беҙгә бәхет биргәйне лә,
Уны һаҡлап тота алманыҡ.
Ниндәй матур тарих яҙҙыҡ икәү,
Ләкин хужалары булманыҡ...

Венер СӘЛИХОВ
* * *
Бала саҡтағы төшөмдә,
Имеш, мин ҡояш тотам,
Эй, йүгерәм икән, арып,
Эҙенән ҡалмай бер тотам.

Йәнәһе лә шул төшөмдә
Ҡәҙимге ҡояш апай,
Апай түгел, әкиәттән
Ҡасып килгән ерән тай.

Утлы ҡойроҡ, саҡма тояҡ,
Ебәк ял, йәйғор муйын!
Мин төшөмдә ҡояш ҡыуам,
Ниндәйен ғәжәп уйын!

Әүрәтергә һуҙған булам
Усымдағы һоломдо,
Эх, тоторға ине бөгөн
Ошо етеҙ ҡолондо.

Тоторға ла менеп алып,
Йәбешеп мундаhына,
Елдерергә ине икәү,
Әкиәт донъяһына...

Булманы шул. Өлгөрмәнем.
Әсәй, ниңә уяттың?
Хәҙер ҡасан тотам инде,
Төштәге шаян атты?

Бала саҡта күргән төштәр
Ҡабатланмаҫтар бүтән...
Тик мин генә уйҙарымда
Ерҙә тайымды көтәм...

Бала саҡтағы төшөмдә
Мин ҡояш тотам, имеш...
Әллә ниңә һағындырған
Ҡолон саҡта күргән төш.
Һөйөнсө!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ