» » Әҙәби кесаҙна

Әҙәби кесаҙна

Опубликовано: 18-01-2017, 11:23 | Категория: Новости, Народные поэты, Члены союза, Шиғри минуттар
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан республикаһының яҙыусылар союзы үҙенең “Әҙәби кесаҙна”һын тергеҙеүҙе ниәт иткәйне. Ошо йәһәттән бына, ниһайәт, шиғриәт һөйөүселәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән осрашты ла инде. Марат Нәби улының тормош юлына күҙ һалһаҡ, ул 1930 йылда Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында тыуған. Студент йылдары Ейәнсураның педагогик училищеһынан башлана һәм артабан Үҙәк комсомол мәктәбенең журналистика факультетында уҡығандан һуң, М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында тамамлана. Һәр ваҡыт тормоштоң уртаһында ҡайнаған шәхесте бөгөн яҙыусы, журналист, тәржемәсе, шағир итеп кенә түгел яҡшы сатирик итеп тә таныйҙар. Хәйер, уның шиғырҙары ла бит өс йүнәлеште үҙ эсенә алған. Күп ҡәләмдәштәре кеүек лирик шағир булып ҡына ҡалмай ул, сатирик шағир булыу өҫтәүенә уның шиғырҙарына ла йырҙы күпләп яҙалар. Ә иһә уның шиғырҙарындағы сатираға килгәндә, уларҙы урыҫ сатираһы менән сағыштырыу, был осраҡта, һис тә дөрөҫ түгел. Шағир халыҡсан итеп, ғәҙәти тормошобоҙҙан ала образдарҙы. Шуныһы менән уҡыусыға яҡын да инде уның ижады. Был, күреүебеҙсә, милли әҙәбиәтебеҙҙәге сатира жанрының кимәле, тап үҙебеҙсә бер кимәл. Яҙыусылар союзының рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Арыҫлан улы Әлибаевтың да әйтеүенсә, Марат Кәримов әҙәбиәткә 60-сы йылдарҙа килә һәм шунда уҡ үҙ уҡыусыларын таба ла инде. Уның ижады тормошсан шаяртыуҙар менән, тап беҙҙең халыҡтың көнкүрешен нисек бар шулай яҡтырта белеүе менән үҙенсәлекле. Хрестоматияға индерелгән шағир-яҙыусыларҙы беҙ классик өлгө, тип әйтәбеҙ. Марат Нәби улы ла мәктәп программаһында ла, вузда ла үтелә. Ә иң мөһиме - шағирҙың үҙе иҫән сағында ҡәҙерен белеүебеҙ.
Ысынлап та, халҡыбыҙҙың матур йолалары бихисап шул, уларҙың береһе - оло быуынға илтифат күрһәтеү, быуындар бәйләнешен тулы ҡәүемендә һаҡлау. Бөгөн дә, 88-се йәшен ҡыуыусы аҡһаҡалды тыңларға килгәндәр араһында урта быуын да, йәш быуын да бар ине. Уларҙың һәммәһе лә шағирға рәхмәт һүҙҙәрен, теләктәрен әйтеп ҡалырға тырышты. Кемдер уға бағышлап шиғырҙар уҡыны, ә кемдер шағирға үҙенең китабын бүләк итеүҙе мәртәбә һананы. Иң мөһиме, барыһы ла тәбиғи ҙә, матур ҙа килеп сыҡты. Был иһә шағирҙың үҙенең ябайлығы һәм ижадының һоҡланғыс булыуынан да киләлер.
Ә Яҙыусылар союзы иһә үҙенең “Әҙәби кесаҙна"ларын дауам итә һәм, тағы ла, кескәй Ватаныбыҙҙың Марат Кәримов кеүек ҡабатланмаҫ шәхестәре менән осрашыуҙар вәғәҙәләй.

КҮҢЕЛҺЕҘЛЕК
Тағы ауылда йөрөйөм,
Кемде күрә һуң күҙем!
Йәшлек дуҫым ҡосаҡ йәйә:
– Сколько лет и сколько зим!

Хәтерләнек үткәндәрҙе,
Һүҙҙәрҙе бүлә-бүлә,
Унан бөгөнгә күстек:
– Ҡайҙа эшләйһең? Һөйлә!

– Мин һаман да «Уңыш» тиеп
Ҡырҙа алышҡан булам.
Ә һин һаман яҙаһыңмы?
– Эйе, яҙышҡан булам.

Башлы-күҙле булманыңмы?
– Ҡатын бар.
– Балаң нисәү?
Дуҫтың ауыҙы йырылды:
– Әле хәҙергә өсәү.

Ә һин?
– Мин ни... минең һаман
Буйҙаҡлыҡта көн үтте.
Яңғыҙлығым өсөн ҡапыл
Күңелһеҙ булып китте...

ӘЙТҺӘҢ ИКӘН
Кем уйлаған көтмәгәндә
Һөйөү уты ҡабынаһын.
Күп йөрөнөм йөрәгеңдән
Эҙләп хистәр хазинаһын.

Ваҡыт уҙа, әммә уның
Юҡ әлегә беленгәне.
Йөрәгеңә минең өсөн
Әллә йоҙаҡ эленгәне?

Бикле өйгә тәҙрә сиртеп,
Кем ингән һуң быға тиклем?
Инде ҡыҫыр өмөт менән
Йөрөмәҫкә анттар иттем.

Әҙәби кесаҙна
Әҙәби кесаҙнаӘҙәби кесаҙна
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ