» » БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ “РӘМИ ҒАРИПОВҠА – 85 АҘЫМ” ИСЕМЛЕ ЮБИЛЕЙ САРАҺЫНА САҠЫРА

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ “РӘМИ ҒАРИПОВҠА – 85 АҘЫМ” ИСЕМЛЕ ЮБИЛЕЙ САРАҺЫНА САҠЫРА

Опубликовано: 4-02-2017, 00:55 | Категория: Новости, Народные писатели
Ҡәҙерле милләттәштәр!
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы һеҙҙе 12 февраль көнө 12:00 сәғәттә “Рәми Ғариповҡа – 85 аҙым” исемле юбилей сараһына саҡыра! Һөйөклө шағирыбыҙҙың 85 йыллыҡ юбилейын шиғри флешмоб менән үткәрәсәкбеҙ.
Программала:
- Байрамды тантаналы асыу (Яҙыусылар союзы алдында)
- Шиғри флешмоб (Коммунистик, Ғафури, Пушкин урамдары буйлап Мосолман зыяратына тиклем)
- Шағирҙың “Туған тел” шиғырын бергәләп һөйләү
- Яҙыусы-шағирҙарҙың, Ҡала хәкимиәте етәкселәренең сығышы
- Шағир рухына Ҡөрьән бағышлау
- Ҡәберенә сәскә һалыу
Әйткәндәй, Шағир өсөн сәскәләрҙе сара алдынан Яҙыусылар союзы бинаһында һатыу ойоштороласаҡ, йәғни юл ыңғайы сәскә кибеттәрен эҙләп йөрөмәҫкә кәңәш итәбеҙ. Шулай уҡ, тағы ла бер яҡшы яңылыҡ: Шағирҙың рәсеме менән значоктар ҙа һатыласаҡ. Ә һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, бары тик сәскә һәм значек өсөн аҡса алып килергә һәм үҙегеҙ менән тағы ла йөрәгегеҙҙә Рәми Ғариповтың бер шиғырын һәм мөхәббәтегеҙҙе генә алып килергә кәрәк буласаҡ!
Сарала милләтебеҙҙең абруйлы шәхестәре, халыҡ яҙыусылары-шағирҙары, хәкимиәт етәкселәре, студенттар, уҡыусылар һәм, ғөмүмән, шағирҙың ижадын һөйөүселәр ҡатнашасаҡ.
ШУЛАЙ ИТЕП, 12 ФЕВРАЛЬ, 12:00 СӘҒӘТТӘ БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫНА РӘХИМ ИТЕГЕҘ, ДУҪТАР!

Флешмобта ҡатнашырға теләүселәр ойоштороусылар менән бәйләнешкә сығыуығыҙ һорала:
+7 (347) 273-30-47 Яҙыусылар союзының ҡабул итеү бүлеге
+7 965 661 40 30 Таңсулпан Рәсүл
+7 964 958 04 82 Айбулат Сәсәнбаев

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ “РӘМИ ҒАРИПОВҠА – 85 АҘЫМ” ИСЕМЛЕ ЮБИЛЕЙ САРАҺЫНА САҠЫРА
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ