» » Сағыу ижадлы әҙип

Сағыу ижадлы әҙип

Опубликовано: 14-04-2017, 16:18 | Категория: Новости
Сағыу ижадлы әҙип


7 апрельдә китапханала күренекле драматург, шағир, яҙыусы Кәбир Аҡбашевтың 85 йәше уңайынан матур юбилей кисәһе үтте. Унда Башҡортостан яҙыусылар союзынан: Фәниә Ғәбидуллина, Марсель Сәлимов, Флүр Ғалимов, шулай уҡ ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зиннатуллин З.С., Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, БДУ СФ студенттары, Ағинәйҙәр, китапханасылар, китап уҡыусылары ҡатнашты.
К. Аҡбашев ваҡытында ҡалабыҙ тормошоноң уртаһында ҡайнап эшләгән һәм йәшәгән яҙыусы. Егерменән артыҡ кита авторы,күп йылдар Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһын етәкләй, радио тапшырыуҙарын алып бара, ҡоролтай ағзаһы булараҡ бик әүҙем эшләй. Шулай ҙа үҙен драматург булараҡ күрһәтте һәм танытты. Күп спектаклдәре республика сәхнәләрендә оҙаҡ миҙгелдәр барҙы.
Яҙыусыны ҡотларға килгән Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, ҡәләмдәштәре, дуҫтары һәм барлыҡ ҡунаҡтар уға үҙҙәренең йылы, яҡты һүҙҙәрен еткереп, сәләмәтлек, ижади уңыштар теләне.
Музыкаль яҡтан СДТКБ артистары Зөлфиә һәм Рәмил Әүбәкировтар, Ағинәйҙәр биҙәне. Бигерәк тә 62-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре кисәне йәмләне. Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Галин һәм Римма Галиуллина “Ут күршеләр” спектакленән өҙөк күрһәтте.
Сара аҙағында юбиляр үҙе шиғырҙарын уҡып, килгән уҡыусылар, ҡунаҡтар менән йылы әңгәмә ҡорҙо.
Байрам бик матур кәйефтә үтте. Ҡатнашыусы, ойоштороусоларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ