» » «Чекмарев яҙы» Хәйбуллала

«Чекмарев яҙы» Хәйбуллала

Опубликовано: 18-05-2017, 13:30 | Категория: Новости
«Чекмарев яҙы» Хәйбуллала


Талантлы шағир Сергей Чекмаревты хәйбуллалар йыл һайын хәтергә ала. Әле яңы ғына районда «Чекмарев яҙы» тип аталған әҙәби осрашыуҙар үтте. Быйылғы сарала Силәбе өлкәһенән вәкилдәр ҡатнашты. Рәсәй яҙыусылар Берлегенең Силәбе өлкәһе яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Олег Павлов, өлкәнең «Литера-Артель» әҙәби берләшмәһе Ассоциациияһы комитеты ағзаһы , «Возвращение поэта» программаһы етәксеһе Виктор Бабкин, «За возрождение Урала» ижтимағи хәрәкәтенең пресс-секретаре , «Литера-Артель» әҙәби берләшмәһе Ассоциациияһы комитеты рәйесе, журналист Павел Большаков С. Чекмарев булған ерҙәргә тәү тапҡыр аяҡ баҫтылар.
Подольск ауылында шағиргә ҡуйылған һәйкәл янында митингтан һуң, мәктәптә уҡыусылар менән осрашыу үтте. Мәктәп балалрының шиғри һүҙҙе аңлап сығыш яһауҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Артабан хәтер кисәһе Маҡан ауылына күсте. Унда йәш тауыштарҙы ишетеп, Чекмарев рухының юғалмауына инанды ҡәләм оҫталары. Район үҙәге Аҡъярҙа “Берҙәм илдең ике мәҙәниәте” тип аталған ҙур кисә быйылғы Чекмарев яҙына йомғаҡлау булды. “Онотма мине, ҡояш!” тип аталған күргәҙмә, ысын әҙәбиәттең оҙон ғүмерле булыуын раҫлап, тарихты һәм бөгөнгөнө бергә кәүҙәләндерҙы. Башортостандан был күркәм һәм йөкмәткеле сарала халыҡ шағиры С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев, яҙыусы, журналист Фәрзәән Аҡбулатова Сибай гимназияһынан Зөлфиә Мирхәйҙәрова ҡатнашты. Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты, тарихсы Рәшит Насировтың шағир тормошона арналған сығышы билдәһеҙ ҡайһы бер биттәрҙе асырға ярҙам иткәндер.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ