» » Өмөтлө осрашыу

Өмөтлө осрашыу

Опубликовано: 1-08-2017, 21:00 | Категория: Новости
Башҡортостан Яҙыусылар союзында быйыл А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының Нәфис тәржемәләр кафедраһына уҡырға ингән йәштәр – Лариса Бужаева, Рада Гәрәева һәм Салауат Зәйнетдинов менән осрашыу үтте. Союз рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары – шағирә Лариса Абдуллина менән яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, шағир һәм тәржемәсе, ҡасандыр үҙе ошо уҡыу йортон тамамлаған Фәрит Әхмәҙиев, шағир Рәшит Зәйнуллин йәштәргә фатиха һүҙҙәрен әйтте һәм ғилем юлында мотлаҡ кәрәгәсәк кәңәштәр бирҙе. „Мәртәбәле һәм абруйлы уҡыу йортонда белем алыу бәхетенә өлгәшкәнһегеҙ. Әммә шуны аңлағыҙ – иң тәүҙә тыуған телеңдең һутын тоймайынса, уның ҡәҙерен белмәйенсә юғары ижадҡа өлгәшеү мөмкин түгел”, – тине Хәсән Мөҙәрис улы. Зәки Әлибаев Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән йәштәргә бүләктәр тапшырҙы. Улар иһә был осрашыуҙан һынатмаҫҡа һәм халҡының ышанысын аҡларға һүҙ биреп таралышты.
Рәшит Зәйнуллин.
Өмөтлө осрашыу
Өмөтлө осрашыу
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ