» » Үзбәкстанда – башҡорт рухы!

Үзбәкстанда – башҡорт рухы!

Опубликовано: 2-08-2017, 15:30 | Категория: Новости
Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында алыҫ Үзбәкстандан килгән бер төркөм башҡорт балалары ҡунаҡта булып китте. Камила Гуляева, Диана Сапрыкина, Марат Карипов һәм Дамир Әмировтар Кушнаренко районында үтәсәк „Йәй. Дуҫлыҡ. Мөмкинлектәр йәйғоры” тип аталған этномәҙәни йүнәлештәге лагерға саҡырылған. Әлбиттә, балалар яңғыҙ килмәгән – уларҙы Үзбәкстандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт мәҙәни үҙәге ағзаһы Рәлиә Карипова һәм Светлана Зәйниева оҙатып йөрөй.
Ҡунаҡтар һыйлы өҫтәл артында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Шәйехзада Бабич исемедәге дәүләт премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина һәм шағир Рәшит Зәйнуллин менән бик йылы аралашты. Улар хужаларға Үзбәкстанда төпләнгән милләттәштәребеҙҙең көнитмеше тураһында һөйләне, республикабыҙ яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынды, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән дә уртаҡлашты. Сит тарафтарҙа башҡорт рухын үҫтереүгә ҙур көс индергән милләттәштәребеҙгә Зәки Арыҫлан улы Яҙыусылар союзы исеменән иҫтәлекле бүләк һәм китаптар тапшырҙы. Лариса Хашим ҡыҙы Рәлиә Тәлғәт ҡыҙының күкрәгенә Дәүләкән районы оҫтаһының ҡулынан сыҡҡан түшелдерек элде. „Бындай затлы бүләктәр тураһында хыяллана ла алмағайным”, – тине ул. Әйткәндәй, Рәлиә Карипова сығышы менән Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылынан икән.
Ҡунаҡтар ҙа буш килмәгән, әлбиттә – барыһы ла ҡыҙҙар башҡарыуындағы бейеүҙе бик һоҡланып тамаша ҡылды. Баҡһаң, уны Интернет селтәре аша ғына өйрәнеп үҙҙәре һалған. Йәнтөйәгебеҙҙән ситтә лә шундай рухлы йәш быуын үҫеп килеүе күңелдә ихтирам уятмай ҡалмай, әлбиттә.
Рәшит Зәйнуллин.
Үзбәкстанда – башҡорт рухы!
Үзбәкстанда – башҡорт рухы!
Үзбәкстанда – башҡорт рухы!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ