Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 3-08-2017, 09:45 | Категория: Новости
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, билдәле шағирә, драматург һәм журналист Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның тыуған көнө!

Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен беләйекҠотлайбыҙ!

Мин - йәй ҡыҙы. Һуңғы еләк булып
Тамғанмын мин әсәм усына.
Инде үҙем ҡорған ныҡ ояла
Ҡошсоҡтарым ярһып осона.

Инде үҙем йәшлек матурлығын
Сабыйҙарға бүлеп таратам.
Барыһына тигеҙ өләшәм мин,
Барыһын да тигеҙ яратам.

Хәҙер инде яйлап, көҙгә инәм,
Шау биҙәкле йәйҙә тыуһам да.
Көҙҙөң әсе еле тәҙрә ҡаға,
Ишектәрҙе бикләп ҡыуһам да.

Хәҙер инде һылыу йәшлегемде
Ул һәм ҡыҙҙар ашығып ҡабатлай.
Әммә күңелем йылдан-йыл яңыра,
Тыуған кеүек ҡабат-ҡабат ай.

Йәшлек төҫөм - балаларым барҙа
Был күңелем ниңә бәҫәрһен?
Көҙөм мине көтөп, көтөк булыр,
Ә мин һаман йәйҙә йәшәрмен.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ