» » Иҫкә алайыҡ!

Иҫкә алайыҡ!

Опубликовано: 10-08-2017, 08:30 | Категория: Новости
Бөгөн күренекле шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, СССР-ҙың Журналистар союзы, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәйнәб Биишева һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәккә 65 йәш тулған булыр ине.

Асырғаныу

Көн аралаш гәзит биттәрендә,
Ҡара һыҙыҡтарға уралып,
Шомло хәбәр, хәтәр хәбәр сыға,
Йөрәк ҡала ҡырҡҡа туралып.

Ил ағаһы булыр ағайҙарым
Шулай уҡ та кәмеп барамы?
Эскәйемде бер уй әсендерә:
Ә мин үҙем нигә яраным?
Халҡым миктәп, ерем
етемһерәй –
Дәртләндерер ҡайҙа ораным?
Ялпыларҙы яҡлап һүҙ
әйттемме?
Бер мәшәүме әллә торғаным?

Иңрәп-һыҡрап ошо
һорауҙарҙан,
Уҙған ғүмеремде ураным.
Ситкә этеп һал да хәмереңде,
Һин дә уйлан әле, туғаным:

Дер һелкетеп донъя көтөр
саҡта,
Күкрәк кирер саҡта шатлыҡтан –
Нишләп һуң беҙ ҡалдыҡ
меҫкенләнеп,
Ниңә көлдөрәбеҙ башҡорттан?

Ҡайҙа беҙҙә милләт ғорурлығы,
Бабаларҙан ҡалған аманат?
Һиңә, миңә, уға һоҡланһындар,
Сығармайыҡ ҡабат яманат.

Ят ҡылыҡтар, юлдан яҙлығыуҙар
Етер инде. Һабаҡ алайыҡ...
Асырғанып,
Ҡайтып асылдарға,
Әҙәм булып, әйҙә, ҡалайыҡ!
Ҡотолоу юлҡайҙарын табайыҡ!
Иҫкә алайыҡ!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ