» » Йәш яҙыусылар Төркиәгә юллана!

Йәш яҙыусылар Төркиәгә юллана!

Опубликовано: 11-08-2017, 18:34 | Категория: Новости
Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев менән уның урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин ошо көндәрҙә Төркиәгә осасаҡ йәш ҡәләмдәштәре менән осрашты. Истанбул ҡалаһында Төрки донъяһының йәш яҙыусылары һәм шағирҙары йыйыны үтә. Республикабыҙҙан унда Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, прозаик Айгиз Баймөхәмәтов, шағирә һәм тәржемәсе Кристина Андрианова-Книга һәм йәш шағир Денис Ғилманов юллана. Зәки Арыҫлан улы был оло сарала ҡатнашыусы йәштәргә фатиха һүҙҙәрен әйтте һәм кәңәштәр бирҙе. “Төркиәлә бөтә республика халҡы исеменән сығыш яһаясағығыҙҙы онотмағыҙ!” – тип иҫкәртте ул. Йәш яҙыусылар Төркиәгә юллана!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ