» » Юҡҡа-барға көйәләнмә...

Юҡҡа-барға көйәләнмә...

Опубликовано: 25-08-2017, 10:20 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
Йәй буйы йәйҙе әрләнек,
Күрмәнек тип йәй төҫөн.
Яуһа, төбө төштө, тинек,
Аяҙ булһа, һай, эҫе!

Өтөлөп-янып йөрөнөк:
Их, көнө юҡ, көнө юҡ!
Ҡул һелтәнек: игендең дә,
Үләндең дә йүне юҡ!

Һиҙмәгәнбеҙ, көҙ ҙә еткән –
Ишелеп иген уңған.
Ҡай арала болондарға
Кәбәндәр килеп тулған.

Баҡсаларҙа алма бешкән
Алланып та балланып.
Тәгәрәп ята ҡарбуздар –
Алданы йәй, алданы!

Инде тағы йүгерәбеҙ:
Бар бит йыйып алаһы.
Ырҙын табағында иген –
Бар бураға һалаһы.

Көҙҙөң тетмәһен тетәбеҙ:
– Яуа ла ебәрәсе!!!
(Ә ужымға ямғыр кәрәк,
Тик беҙ генә бәләсел.)
Юҡҡа-барға көйәләнмә......Тәбиғәттең һәр миҙгеле
Аныҡ белә үҙ эшен.
Юҡҡа-барға көйәләнмә,
Үҙең өлгөр бул, кешем!

Самат ҒӘБИҘУЛЛИН.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ