РЕФЕРЕНДУМ

Опубликовано: 8-09-2017, 09:12 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
Лариса АБДУЛЛИНА

РЕФЕРЕНДУМ

Барлағандай беҙҙең арабыҙҙы,
Йыйнағандай бөгөн бер тупҡа:
- Һин башҡортмо? – тиеп һорау бирҙе
Башҡорт теле һәр бер башҡортҡа.

Ул өндәште һәр бер ир-егеткә,
Ул төбәлде һәр бер ҡатынға.
Яуап көттө саф күктәрҙән бағып,
Баҫып торған килеш упҡында.

Ул ҡараны атай күҙҙәренә!
Ул уҡталды һәр бер әсәгә!
Әйтерһең дә, бөгөн Үлем менән
Телем һүҙе бер үк үлсәүҙә.

Бер ғәскәргә әллә туплауымы?
Йыйнауымы әллә бер ҡорға?
Һәр башҡорттоң йөрәк ҡуҙҙарынан
Башҡорт теле тора балҡырға!

Бына-бына тоҡанырға тора,
Таралырға тора ул ялҡын.
Башҡорт теле халҡын һөйгән кеүек,
Һәр милләттәш уны яратһын!

Эшен ташлап һәр кем ҡәләм алып,
Теркәп ҡуйһыҙ милли асылын –
Башҡорт булып ергә тыуғанбыҙ беҙ!
Башҡорт теле ҡалмаҫ баҫылып!

Уйын йыйнап һәр кем яҙып ҡуйһын
Саф ниәтен ап-аҡ ҡағыҙға –
Бөгөн башҡорт теле йәшәһен тип
Ата-баба ҡанын ағыҙған!

Барлағандай тоғро һалдаттарын,
Рухи ҡеүәт бөгөн ҡор башы.
Был быуатта ҡабат балҡып сыҡһын
Телебеҙҙең нурлы ҡояшы!

Телһеҙ ҡалыу илһеҙ ҡалыуға тиң.
Телһеҙ ҡалған халыҡ – мең етем!
Тоғролоҡҡа һынау тотҡан мәлдә
Башҡорт теле туплай милләтен!
РЕФЕРЕНДУМ
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ