Яңы китап

Опубликовано: 12-09-2017, 15:38 | Категория: Новости
Яңы китап

Мөҙәрис Мөсифуллиндың “Ҡурай иле” йыйынтығына индерелгән шиғри әкиәттәре һәм башҡа әҫәрҙәре һуңғы ваҡыттарҙа яҙылған әкиәттәрҙән төҙөлгән.
Яңы йыйынтыҡ тәүҙә хикәйәләү характерындағы сюжетлы шиғри әҫәрҙәрҙән тора. Ижадына хас конкрет һүрәтләүҙе яҙыусы һәр әкиәттең поэтик төҫмөрө ярҙамында төпкәрәк йәшерә. Әкиәт жанры аша ситуация шартлылығын һиҙҙерә (“Ялтыртәңкә менән Шаҙрабикә”), боронғо легенда һәм фольклор стиленә мөрәжәғәт итә (“Батша ҡыҙы менән көтөүсе”, “Ҡаһир батша”, “Ханзада мажаралары” һ.б.). Йыйынтыҡҡа ингән һәр әҫәрҙең йөкмәткеһе ысынбарлыҡҡа, йәғни йәшәйешкә, яҡын тора.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ