» » Сөмбөлә байрамы үтте.

Сөмбөлә байрамы үтте.

Опубликовано: 21-09-2017, 20:21 | Категория: Новости
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында Сөмбөлә байрамы үтте. Был сараны бер нисә йыл рәттән ғалимә Розалия Солтангәрәева ойоштороп килә. “Йоланы ваҡытында атҡарыу тәбиғәттең һынылышлы мәлендә көс алыуға бәрәбәр”, – тине ул. "Урал батыр"ҙан өҙөктәр яңғыраны. Студент ҡыҙҙар араһынан Сөмбөлә һайланды. Динә Солтанова үҙенә тапшырылған был ролде башҡарып, һорауҙарға яуап бирҙе. Бөтәһе лә уның яуаптарын изгегә, халҡыбыҙға матур көндәр килеүенә юраны. Ағинәйҙәр йыуаса бешереп алып килгән икән, барыһына ла тәмләттеләр. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, күренекле шағирәләр Тамара Искәндәриә, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Кейекбаева, ағинәйҙәр Альбина Исхаҡова, Факиһа Ишҡыуатова, Гөлгөнә Ырыҫҡолова студенттар алдында бик фәһемле сығыштар яһаны. Аҙаҡтан күмәкләп ил-көнгә изге теләктәр әйтеп күмәк әйтеш башҡарылды.Сөмбөлә байрамы үтте.
Сөмбөлә байрамы үтте.
Сөмбөлә байрамы үтте.
Сөмбөлә байрамы үтте.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ