» » Шиғриәт байрамы үтте

Шиғриәт байрамы үтте

Опубликовано: 8-10-2017, 00:43 | Категория: Новости, Народные писатели
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Йәшә, Башҡортостан” тип аталған һәм яҡынлашып килгән Республика көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар союзы ойошторҙо. Байрамды танылған шағирә Ғәлиә Кәлимуллина менән йәш шағир Денис Ғилманов алып барҙы. Халыҡ шағирҙары һәм күренекле һүҙ оҫталары сәхнәнән шиғырҙар уҡыны. Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев барыһын да байрам менән тәбрикләне һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте. Шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре лә шиғри һүҙ оҫталарын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Йәш шағирҙарҙың да сығыштары бөтәһенең дә күңеленә хуш килгәндер, моғайын - залдағы алҡышлауҙар тап ошо турала һөйләне. Венер Камалов, Лина Ғәниева, Илгиз Абдрахманов кеүек эстрада йондоҙҙарының йырҙары, йәш бейеүсе Миңлегөл Төлкөбаеваның сығышы һәр тамашасының күңелен елкендерҙе. Һөҙөмтәлә һәр кем был саранан яҡты йөҙ, күтәренке күңел, милли рух тойғоһо менән таралышты. Яҙыусылар союзы үҙ сиратында был Шиғриәт байрамына килгән һәр әҙипкә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә һәм оло байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлай!Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Шиғриәт байрамы үтте
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ