Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 31-10-2017, 10:26 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
Бөгөн күренекле шағир һәм яҙыусы Әхмәҙин Әфтәх үҙенең ғүмер байрамын – 70 йәшен билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, уға оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек һәм, әлбиттә, артабан да илһамлы ижад теләп ҡалабыҙ! Ижадсының юбилей сараһы ноябрь айында уның тыуған яғында – Белорет районы Абҙаҡ ауылында үтәсәк!

Әхмәҙин Әфтәх
Үлемһеҙ полк

Ейәндәргә алсаҡ олатайбыҙ
Ҡыҙ-улдарға үрнәк атайбыҙ.
Еңеү көнө! Үлемһеҙ полк менән
Өфөм урамынан атлайбыҙ.
Утлы йылдар, оҙон юлдар үтеп,
Мәңгелектең асып шаршауын,
Күҙ йәштәре аша күҙәтәбеҙ
Был ташҡындың ерҙән атлауын.
Ул саҡтарҙа, фото-һүрәттәрҙә
Йәп-йәш атай, йәп-йәш олатай.
Беҙҙең хәтерҙәрҙән юйылмаҫҡа
Киләсәккә ҡарап ул атлай...
Минең атай, һинең олатай.

Көҙгө уйҙар.
Бер кем көҙҙө көтөп алмай,
Көҙҙәр килә көттөрмәй.
Быҫҡаҡ ямғыр аҫтарында
Хатта, ана, эт өрмәй.

Барлыҡ донъя шыҡһыҙ ҡалған,
Алда оҙон ҡыштар бар.
Ярай әле, минең менән
Бында ҡалған ҡоштар бар.
Нимәгә һуң өмөт итеп
Ҡыштарға инеп барыу?
Элеккеләй, ҡояш сөйөр
Йөрәктәрҙә юҡ ҡарыу.

Ә шулай ҙа ҡыш артында
Изге хәбәрсе – яусы:
Ҡыйыҡтарҙан тыпырҙашып,
Йырлашып тамыр тамсы.

Шул тамсынан хасил булыр,
Юл ярыр йырғанаҡтар.
Ҡоштарға һәм миңә бирер
Өр-яңы йыр-ҡанаттар.

Ҡышҡа инеү
Мин, тауҙарға киткән альпинистай,
Инеп барам оҙон ҡыштарға.
Тереләрҙән сәләм, хәбәр илтәм
Шул ҡыштарҙа ауған дуҫтарға.

Юлдар ауыр, алда тауҙай хәүеф,
Көн яҡтыһы ҡыҫҡа, төн оҙон.
– Һәр аҙымың күҙ уңымда! – тиеп
Баш осомда оса бер ҡоҙғон.

Быға тиклем һис тә уйланмаған
Аҡ ҡыштарҙың зәһәр саҡтарын.
Йәшлек дәрте менән йөрөй инем,
Ауыҙлыҡлап буран аттарын.

Йылдан-йылы хәҙер ауырыраҡ
Аҡ ҡыштарҙы йырып сығыуы.
Маяҡ уттай, әлдә саҡырғандай
Яҙғы көндөң алыҫ сағыуы.

Арбар өмөт, көрәш бар сағында
Кәрәкмәҫтер, бәлки, шыңшырға.
Ауыр юлға сыҡҡан альпинистай,
Инеп барыу оҙон ҡыштарға.

Яңы йыл кисе
Берсә янып, берсә туңып
Юлдар кистем.
Кисергәндән һоҫоп-һоҫоп
Моңдар эстем.

Үткәнемдә һибелешеп
Йылдар ҡалды.
Һәр береһе: «Онотма!» – тип
Холҡон һалды.

Майҙандарҙа бөгөн, ана,
Шыршы балҡый.
Өр-Яңы йыл, ҡулын һуҙып,
Ишек шаҡый.

Был йылым да киләсәккә
Эҙен һалыр.
Миңә тағын ниҙер биреп,
Ниҙер алыр...
Киләсәккә, булмышыма
Күҙен һалыр.
***
Яңы йылда, өрпәк ҡарҙай,
Өҫкә яуа мең теләк!..
Тотам тиеп шул теләкте
Бер көн сатнай был йөрәк.

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу
Мин Ҡыш бабай, һин Ҡарһылыу булып
Яңы йылды ҡаршы алабыҙ.
Шатландырып бала-сағаларҙы,
Йырлай һылыу, бейей бабағыҙ.

Мин Ҡыш бабай, һин Ҡарһылыу булып
Яңы йылда юлдар киҫеште.
Байрам–байрам инде, уйын-көлкө
Икебеҙгә берҙәй килеште.

Мин Ҡыш бабай, донъя күргән бабай,
Һин Ҡарһылыу, йәп-йәш бер һылыу.
Беҙҙең тормош – тап әкиәт инде,
Ҡыйын әкиәттә бабай булыу.
***
Яңы йыл да бына үтеп китте,
Бушап ҡалды тәтәй майҙандар.
Һатыусылар йыллыҡ килем һанай,
Елкә ҡашый миндәй наҙандар.

Ҡарҙар яуа
Ойоп ҡына ҡарҙар яуа,
Көрәк алам ҡулдарыма.
Көрттәр һалып китмәһен, тим,
Һинең ҡайтыр юлдарыңа.

Ғәҙәтләндем: юлға бағып
Һине көтәм иртә-кисен.
Уттар яғам, ҡар көрәйем,
Йырға һалып йөрәк хисен.

Беҙҙең һөйөү – беҙҙең өсөн
Әллә ағыу, әллә дауа?..
Кисәгеләй, бөгөн дә бит
Ойоп ҡына ҡарҙар яуа...
Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа.
***
Ары һуғылған булам да
Бире һуғылған булам.
Урамдағы ҡар-бурандай
Ярһып ҡабынған булам.

Ярһып ҡабынған булам да
Һине һағынған булам.
Ҡайтып булмаҫ йәшлегемә
Һаман табынған булам.

Яҙ килә
Ваҡыт еткәс инде, яҙ көттөрмәҫ,
Ҡоторһа ла тышта ҡар-буран.
Көн дә иртән, ҡулға көрәк алып,
Оло юлға ҡарап юл ярам.

Тиҙләтәһе ине, тиҙләтәһе
Яҡындағы яҙҙың аҙымын.
Ишетәһе ине бер иртәлә:
– Күптән көткән һинең яҙыңмын!

Яҙ ҙа килер, шаян гөрләүектәр
Ташҡын йылғаларға юл алыр.
Был яҙҙың да сағыу көндәренән
Күңелемдә сыңлап йыр ҡалыр.

Ташҡын
Текә ярҙа яңғыҙ шағир
Боҙ киткәнен күҙәтә.
Аҫта Иҙел ажарланып,
Гүйә, шиғри һүҙ әйтә.

Ярһығанда ярһы, шағир!
Был – йәшәйеш талабы.
Илең, халҡың улы булып
Һиңә бында ҡалаһы.

Һис онотма, ярһыуҙарҙа
Тормошоңдоң бар йәме.
Үрһәләнгән тулҡындарҙа
Тулай шағирҙар йәне.

Урманда
Туй күлдәкле ап-аҡ ҡайын
Бәүелә талғын елгә.
Һығылдырып билкәйҙәрен,
Күҙ һирпә икән кемгә?

Яндарында мыҡты имән,
Йырын һуҙа ҡарағай.
Телсән уҫаҡ тешен ҡайрай:
– Нишләп йөрөй был ағай?..

Мин, мосафир, һеҙҙең янға
Уйламаҫтан юлыҡтым.
Яңы яҙым иҫбатлай бит
Ырыҫлығын муллыҡтың.

Ҡышты йырып яҙға сыҡтым,
Хистәребеҙ тереләр.
Ер йылыһын тойоп, ана,
Һутланыша бөрөләр.

Туй күлдәкле ап-аҡ ҡайын
Бәүелә талғын елгә.
Әллә ниндәй шыҡһыҙ таҡмаҡ
Килә бит шул саҡ телгә:

– Мыҡты имән яндарында
Йыр һуҙғанда ҡарағай,
Ни эҙләп һуң йөрөп ята
Был мосафир, был ағай?!.

Тама күҙ йәшем
Яҙҙарыма сыҡтым, ауыр яуҙан
Ял итергә сыҡҡан һалдаттай.
Яҙғы ауаз, башты күккә сөйөп,
Элеккеләй хәҙер ярһытмай.
Артта ҡалды, ана, зәһәр бер ҡыш,
Дуҫ-иштәрҙең сүпләп аҫылын.
Ул миңә бит тағы иҫбатланы
Йәшәйештең шәрә асылын.

Яҙҙары ла хәҙер моңһоуыраҡ,
Яҙҙар түгел минең тиңдәшем.
Ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтан, гүйә,
Тамсы түгел, тама күҙ йәшем.

Сыйырсыҡтар ҡайтты
Сыйырсыҡтар ҡайтты. Таңдарымда
Ҡанат ҡағып мине сәләмләй.
Осрашыуҙың татлы минуттарын
Донъялыҡта инде кем белмәй!

Сыйырсыҡтар ҡайтты. Сыр-сыу килеп
Оя йүнләү бөгөн хәстәре.
Иртә таңдан, ана, моңдар яуа –
Еребеҙгә һөйөү хистәре.

Ярһыу
Иҙел таша, ярҙарынан аша,
Һыуҙа йөҙә өйҙәр, караптай.
Миңә ҡалһа, Иҙел – һауытынан
Әсеп сыҡҡан яңы шараптай.

Баш илерткес яҙғы хистәремдән
Был донъяны килә ҡосаһы.
Иҙел кеүек ташып, ярҙан ашып,
Әллә ҡайҙа килә осаһы.

Күп тә үтмәҫ, Иҙел йыуашланып,
Ярҙарына ҡайтып һыйыныр.
Иңдәренә йөкмәп үҙ хистәрен,
Килер яҙға тиклем тыйылыр.

Мин дә әле, бына, шаңҡып торам
Таныш ишектәрҙе асырға.
Йыраҡлашҡан яҙғы шаңдауҙарҙан
Баш сатнауын нисек баҫырға?..

Ҡотлайбыҙ!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ