» » Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» республика әҙәби фестивале!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» республика әҙәби фестивале!

Опубликовано: 20-11-2017, 09:28 | Категория: Новости, Молодые авторы
Бар тәбиғәт, бөтә донъя йәш ҡарҙың аҡлығына, сафлығына төрөнгән мәлдә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортосатан «Китап» нәшриәте йәш яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың «Йәштәр тауышы» исемле республика әҙәби фестивален уҙғарҙы. Фестиваль 2016 һәм 2017 йылда әҫәрҙәре тәүге тапҡыр йыйынтыҡ булып сыҡҡан ун авторҙың китап туйын үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Бына улар - ижад өлкәһендә тәүге ышаныслы аҙымдарын яһаған авторҙар - Шәүрә Туйсина («Күңел баҡсам»), Зөһрә Сафина («Йондоҙҙарҙан сиктем ҡулъяулыҡ»), Ләйсән Мараҡанова («Күк сәскәләр»), Гөлиә Гәрәева («Бәхетлесеңме, дип сорама»), Артур Дарра («Когда я стану солнцем»), Эвита Гайнет («Моя ли жизнь?...»), Нурлан Ғәниев («Бер мизгел нибары»), Рәзинә Зәйнетдинова («Килен шәле»), Зөлфиә Сәлихова («Атай абруйы»), Таңсулпан Рәсүл («Атай, һине күрҙем…»).
Ысын мәғәнәһендәге китап туйына, китап байрамына әүерелгән был күркәм сараны нәшриәт директоры Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов асты һәм нәшриәт тарафынан нәшер ителгән «Йәштәр тауышы» китаптар серияһы 2004 йылда барлыҡҡа килеүен әйтеп үтте. Йыл да йәш шағир һәм яҙыусыларҙың ижад емештәре өс телдә, йәғни башҡорт, рус һәм татар телдәрендә, китап итеп баҫтырылып, уҡыусылар хөкөмөнә сығарыла икәнен дә билдәләне ул.
Йәш авторҙарҙы тәбрикләр өсөн әҙәбиәт байрамына Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедов, БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге йәмәғәт ойошмаһының рәйес урынбаҫары Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Азат Азамат улы Хафизов һәм БР Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев килгәйне.
Сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың ҡатнашыуы тамашасының, йәш ижадсыларҙың күңеленә ҡанат ҡуйҙы, илһам өҫтәне. Халыҡ шағиры үҙ сығышында йәштәрҙе ҡотлап ҡына ҡалманы, ә уларға изге теләктәрен дә еткерҙе, нәсихәттәр уҡыны.
Йәмле кисәне М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Илгиз Таһиров менән Рәмзил Сәлмәнов алып барҙы һәм йәш авторҙарҙың әҫәрҙәренән илһамланып өҙөк уҡыны.
Юнир Ҡоланбаев, Юнир Һағынбаев, Нәсимә Тимерова, Филүзә Рәшитова кеүек башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштары байрам сараһына тағы ла күркәм йәм өҫтәһә, һәүәҫкәр бейеүсе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты, Халыҡ-ара төрлө фестивалдәр лауреаты Миңлегөл Төлкөбаеваның «Самауыр» бейеүе иһә һәр кемдең күңеленә хуш килтерҙе.
Фестиваль аҙағында йәш авторҙар Гөлнур Ҡыуатова яҙған «Йәштәр тауышы» исемле шиғырҙы уҡыны. 2018 йылға эстафетаны М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы студенты, йәш шағир Айбулат Сәсәнбаев алды.Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» республика әҙәби фестивале!
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» республика әҙәби фестивале!
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» республика әҙәби фестивале!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ