Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 2-12-2017, 10:40 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, әҙәби тәнҡитсе, ғалим-педагог, профессор, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәнил Тимерйән улы Күзбәков ғүмер байрамын - 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесенә оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ҡаурый ҡәләменең артабан да арымай-талмай халҡы мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүен теләп ҡалабыҙ! Башҡарған ғәмәлдәрегеҙ, кешелеклегегеҙ, кеселеклегегеҙ йәш быуынға өлгө булып тора, киләсәгебеҙҙе яҡтырта, Фәнил Тимерйән улы!

Фәнил КҮЗБӘКОВ

Теләк-өмөттәрем

Күкрәгемдән ҡоштар осорам...
Мостай Кәрим

Йөрәгемдән сыҡты ҡанатлы һүҙ,
Янар тауҙай күкрәгемде ярып;
Береһе бөркөт булһа,
икенсеһе,
Һандуғастай, сутылданы ярһып.

Аҡ күгәрсендәрҙәй осҡандарын
Күрәләрҙер фирүзәләй күктә.
Ап-аҡ ҡына теләк-өмөттәрем
Ҡанат ҡаға зөмрәт зәңгәрлектә.

Ғәжәпләнмә

Ҡояш төшлөгөнә уҙғас,
Һағышһыҙ булмайҙыр ул.
Таң ҡоштары эңер төшкәс,
Һайрарға ҡунмайҙыр ул.

Әкиәти һарайҙарҙың
Иң күркәм залдарында,
Йондоҙло тантаналарҙың
Аҡбуҙатлы сағында
Ғәжәпләнмә!
Һағыш күреп
Уйсан күҙҙәрҙә минең.
...Ҡыҙыл шәфәҡ ут ит(ә) алмаҫ
Ял-тулҡынын диңгеҙҙең.

Шүлгәндә

Шүлгәндәмен...
Миңә гид кәрәкмәй!
Үҙ илемдә асам тарих битен.
Ата-бабам ташҡа яҙғандары
Булмышым ул минең —
йөрәк итем.
Шүлгәнемдән сыҡҡанымды күрәм
Меңәр-меңәр быуаттарҙан әүәл.
Тамғаларым ҡалған, ҡаным тамған,
Усаҡ янған —
көлө ҡуш ус дәүмәл.

Шүлгәнемә инәм...
Тәү сығанаҡ
Аңлар мине.
Уны мин аңлармын.
Мәңгелектең тыны бөркөлөүҙән
Беләм уңалырын яраларҙың.

Мәңгелектең ҡырыҫ тынлығында
(Хатта йәшәүҙәрҙән дүнгәнемдә)
Үрһәләнгән йәндәремә имдәр
Табалырмын, тимен, Шүлгәнемдә.

Арғымаҡ

Арғымаҡты еккәйнеләр
Таш ташыған арбаға...
— Ғәрлек түгелме һиңә, — тип,
Көлә унан ябаға.

— Миңә нимә?!
Һора ана
Сыбыртҡылы хужанан.
Аҫаумы был, алашамы —
Ике уйлап тормаған...

Ниндәй төн был?!.

Эй малай саҡ!..
Шуҡ ағайҙар
Уйлап-нитеп тормаҫтан —
"Күрһәтәбеҙ Мәскәүҙе!" — тип,
Күтәрәләр ҡолаҡтан.

Бит тоҡана, ҡолаҡ яна —
Осҡондар түгеләме?
Көнөм төнгә әйләнәме, —
Йондоҙҙар күренәме?

Шәмле ауыл...
Ҡалдың алыҫ
Йылдарҙың томанында.
Ағайҙарым күҙ алдында —
Хәтерем сыуағында.

...Яҙмыш тигән дәү ағайым
Ҡағылмайса ҡолаҡҡа
Күрмәгәнде күрһәтте лә
Алып китте йыраҡҡа.

Ҡаф тауына ла артылдым,
Диңгеҙен дә буйланым.
Һыуһылыуҙың сәсен һүттем —
Һүҙ әйтергә ҡыйманым.

Һыуһылыуҙар ҡайғыһымы —
Сәмреғош ҡаҙалғанда,
Ил-бауырың суҡылғанда,
Табан аҫтың янғанда.

Иблис-шайтандар ҡулынан
Күрәһен күрә илем.
Таң аталмаҫ ниндәй төн был?!
Янғында минең ерем.

Төш

Төшөмдә мин,
ҡулды ҡанат итеп,
Еңел генә осам.
Ерҙең тартыу көсөн еңеп,
Болоттарҙы ҡосам.

Болоттарҙы ҡосам...
Ә өнөмдә
Һаман күктә...
Осам!..

Ҡалҡан менән

«Ҡалҡан менән, йә ҡалҡанда»
(спартанка Горгоның улын яуға
оҙатҡандағы теләге).

«Ҡалҡан менән, йә ҡалҡанда!» −
Юҡ!
Булмаһын башҡаса!
Һөңгө осҡан, ҡылыс һынған,
Ҡалҡан ҡалған...
Айҡаша!..

Салауат һәйкәле янында

− Илдә батыр бармы?!.
Оса күбек
Аҫау айғыр ауыҙлығынан.
Батырҙарҙың баҡыр хәлгенәһе
Батшаларҙың бахырлығынан...
Ергә ҡайтмаҫ борон

Барыбыҙ ҙа ергә ҡайтасаҡбыҙ
(инаныуҙан).
Килер быуындарҙы ашлар өсөн
Ергә батмаҫ борон;
Үткән быуындарҙы аңлар өсөн
Ергә ятмаҫ борон
Ынтыламын Күккә...
Ергә ҡайтмаҫ борон.
Ҡотлайбыҙ!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ