» » Шишмәләр Назар Нәжмиҙе иҫкә алды!

Шишмәләр Назар Нәжмиҙе иҫкә алды!

Опубликовано: 5-02-2018, 11:54 | Категория: Новости, Народные поэты
Шишмә районының үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күркәм сара үтте. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәйесе Зәки Әлибаев, уның урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, танылған шағирә, Р. Ғарипов, Ф. Кәрим, Б. Бикбай исемендәге премиялар лауреаты Тамара Ғәниева ҡатнашты. Әҙиптәр менән осрашыуға китапхананың даими уҡыусылары, мәктәп уҡытыусылары һәм башҡа әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылғайны. Зәки Арыҫлан улы үҙ сығышында Назар Нәжми ижадына байҡау яһаны, әҙәбиәттең көсө тураһында һүҙ йөрөттө. Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы халыҡ шағиры тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Уның сығышын көслө алҡыштарға күмеүҙәренә ҡарағанда – шишмәләр Тамара Ғәниева шиғриәтенә һыуһап өлгөргән булған. “Һеҙҙе мин бигерәк тә яҡын күрәм – шуға ла был осрашыуға ашҡынып килдем”, – тине күренекле шағирә. Ә шишмәләр Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы менән йышыраҡ осрашыу теләген еткерҙе. Рәшит Зәйнуллин Рәсәй президенты грантына башҡарылған ”Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” проекты тураһында һөйләне, йәштәрҙә унда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Назар Нәжмиҙең бер туған ағаһының ҡыҙы – Лена Карам ҡыҙы Зәйҙуллина үҙ сығышында халыҡ шағирының шәхси сифаттарын һүрәтләне. Шулай уҡ сарала Шишмә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рим Нәбиуллин, Шишмә районының мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раушания Байғужина ла сығыш яһаны. Был күркәм саранан бөтәһе лә китапхана директоры Илүзә Ғибәҙуллинаға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, рух юғарылығы, күтәренке кәйеф, яҡты йөҙ менән таралышты.Шишмәләр Назар Нәжмиҙе иҫкә алды!
Шишмәләр Назар Нәжмиҙе иҫкә алды!
Шишмәләр Назар Нәжмиҙе иҫкә алды!
Шишмәләр Назар Нәжмиҙе иҫкә алды!
Шишмәләр Назар Нәжмиҙе иҫкә алды!
Шишмәләр Назар Нәжмиҙе иҫкә алды!
Шишмәләр Назар Нәжмиҙе иҫкә алды!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ