» » Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың тыуыуына - 70 йыл

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың тыуыуына - 70 йыл

Опубликовано: 23-02-2018, 13:32 | Категория: Новости, Народные писатели, Члены союза
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың тыуыуына - 70 йыл
Күренекле башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Миңнулла улы Бүләковтың тыуыуына бөгөн – 70 йыл! Арҙаҡлы ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ, милләттәштәр!
Флорид Миңнулла улы Бүләков (23 февраль 1948 — 18 ғинуар 2015) — башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Бүләков Флорид Миңнулла улы 1948 йылдың 23 февралендә Мишкә районының Оло Шаҙы ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет армияһында хеҙмәт итә. 1969—1973 йылдарҙа Мишкә район мәҙәниәт һарайында «Эрвел» бейеү ансамблен ойоштора һәм уның музыкаль етәксеһе булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Бөрө дәүләт педагогия институтынанда ситтән тороп белем ала. Институтты тамамлағандан һуң буласаҡ драматург «Дружба» Мишкә район гәзитендә һәм «Ленинец», «Советская Башкирия» гәзиттәрендә эшләй.
Флорид Бүләковтың пьесалары Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, хатта алыҫ сит ил театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды. Һуңғы көндәргә тиклем ул әүҙем йәмәғәт тормошо алып барҙы, ижад менән шөғөлләнде, социаль селтәрҙәрҙә комментарийҙар яҙҙы, дуҫтары һәм китап уҡыусылар менән аралашты.
Флорид Бүләков әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Драматург бер-нисә тиҫтәнән ашыу пьеса ижад итә, улар араһында тәүге драма әҫәре «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?», «Ҡанатланып ос, һин Толпарым!», «Талаҡ-талаҡ», «Әбеҙәргә ни етмәй?», «Бибинур, ах, Бибинур!», «Шайморатов-генерал», «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы», «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!..», «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда», «Таштуғай», «Камикадзе», «Онотолған доға», «Мөхәббәт ҡарағы» һәм башҡалар бар.
Әҙиптең пьесалары Рәсәйҙең, Украинаның, Ҡаҙағстандың, Белоруссияның, Монголияның, Төркмәнстандың һәм Литваның 150-нән ашыу театрында, шулай уҡ алыҫ сит илдәрҙә лә барғаны билдәле.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ