» » Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына – 90 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына – 90 йыл

Опубликовано: 23-02-2018, 13:45 | Категория: Новости, Народные поэты, Члены союза
Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына – 90 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Әнғәм Ҡасим улы Атнабаевтың тыуыуына бөгөн – 90 йыл! Бөйөк шағирыбыҙҙың шиғриәте халҡы күңелендә йәшәй!
Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев (23 февраль 1928 — 2 сентябрь 1999) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1997), драматург, РСФСР-ҙың 1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә БАССР-ҙың Бөрө кантоны Иҫке Күрҙем исемле башҡорт ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң Ҡазан дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм тыуған районы мәктәптәрендә бер нисә йыл әсә теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
1951 йылда ул Өфөгә күсеп килә һәм республиканың «Ҡыҙыл таң» газетаһы редакцияһында башта — әҙәби бүлек хеҙмәткәре, һуңыраҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй. Артабан хаҡлы ялға киткәнсе республиканың «Һәнәк» сатирик журналында хеҙмәт итә, шул иҫәптән баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
Әнгәм Атнабаев әҙәбиәткә XX быуаттың илленсе йылдарында килә. Уның «Йөрәк менән һөйләшеү» исемле тәүге шиғыр йыйынтығы 1958 йылда донъя күрә. Артабанғы дүрт тиҫтә йыл ижады һөҙөмтәһендә егерменән артыҡ китап нәшер итә. 1972 йылда «Йөрәгем юлдары» тигән поэтик йыйынтығы өсөн Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы бирелә.
Алтмышынсы йылдарҙан ул драматургия өлкәһендә лә танылыу ала, «Ул ҡайтты» (1959), «Йәйҙең һуңғы конө» (1961, «Әсә хөкөмө» (1963)) «Законлы никах менән!» (1965), «Шоңҡар» (1967), «Мөхәббәт тураһында Йыр» (1968), «Балаҡайҙарым» (1969), «Игеҙәктәр» (1971), «Ут» (1975), «Ҡаҙ ҡанаты» (1978), «Ауыр бәхет» (1980) тигән драматургик әҫәрҙәрен ижад итә. Театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ул 1977 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ булды.
1997 йылда Әнғәм Атнабаевтың күп йыллыҡ һәм төрлө жанрҙарҙағы емешле ижады тейешле һәм юғары баһаһын ала: уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Мин был ерҙе матурларға тыуҙым

Мин был ерҙе матурларға тыуҙым
Һәм күрергә тыуҙым
Гүзәллектең күккә үрләүен.
Закондан тыш, тип иғлан итәм
Йәмһеҙлектең бөтә төрҙәрен.

Судҡа бирәм ғәҙелһеҙлек тигән
Быуаттарҙан килгән ғәҙәтте
Үлтерештең үҙен үлтерәм дә
Тик ҡалдырам ерҙә һәйбәтте.

Хөрмәтте һәм тыныслыҡты ерҙең
Падишаһы итеп ҡалдырам,
Илдән-илгә йөрөр визаларға
"Дуҫлыҡ, туғанлыҡ" тип яҙҙырам.

Ҡайғыларҙы ҡайырып ырғытам да
Утҡа һалам уның ояһын:
Кеше бәхет менән йоҡлаһын да
Яңы бәхет менән уянһын.

Мин был ерҙе матурларға тыуҙым,
Таҙартырға тыуҙым
Йыйын хәшәрәттән, шаҡшынан
Һәм төҙөргә уны мәңгелеккә
Тик гүзәлдән, ныҡтан, яҡшынан!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ