» » Таңһылыу Ҡарамышева күркәм юбилейын билдәләй!

Таңһылыу Ҡарамышева күркәм юбилейын билдәләй!

Опубликовано: 3-03-2018, 10:04 | Категория: Новости, Члены союза
Таңһылыу Ҡарамышева күркәм юбилейын билдәләй!
Бөгөн күренекле башҡорт шағирәһе, тәржемәсе, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева үҙенең күркәм юбилейын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Уға Ағиҙел йылғаһындай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр һәм, әлбиттә, артабан да илһамлы ижад теләп ҡалабыҙ!

Йондоҙ атылғанда

Ҡараңғыға ут ҡабыҙып
Яҡтырып яна төндә,
Атыла ла һүнә йондоҙ!
Әйләнә микән көлгә?
Атыла ла һүнә йондоҙ,
Ҡабат-ҡабат атылмай.
Атылып киткән уҡтары
Ҡабат-ҡабат балҡымай.
Төндөң сере – йондоҙ эҙе,
Күк төбөндәге ҡуҙҙар.
Һүнеү сәғәте хаҡында
Һөйләй микән йондоҙҙар?
Яныу – һүнеү икәнлеген
Раҫлай әллә осҡондар?
Атыла ла һүнә йондоҙ…
Ҡыҫылып китә тындар!

Һыуһау

Һыу һыуһаған! Ҡороп бара,
Кибеп бара үҙәндәре,
Кәмеп бара йылғаларҙа
Тулҡындарҙың күләмдәре.
Тәрәнгәрәк китә бара,
Йәшеренә төпкә, аҫҡа,
Ҡоҙоҡ төбөн ташлап китеп,
Һыуһаған һыу ята ташҡа.
Еребеҙҙә һыуҙар ҡорой
Ҡороғанға кеше аңы.
Һыуҙар һыуһай мәрхәмәткә
Йәшәтергә был донъяны.

Һорау

Һыу эсендә утрауҙар –
Даръялар йотҡан тауҙар.
Шул тауҙарҙың башында
Ҡайындар, ҡарағайҙар.
Тау таулығын һаҡларға
Шулай теләй, күрәһең,
Утрау булып булһа ла,
Күккә сөйә түбәһен.
Һыу һыулығын һаҡларға
Нисек тә бит тырышҡан:
Ғәрәсәт, туфан булып,
Күпме тауҙарҙы йотҡан!
Күпме халыҡ утрауы
Донъялар даръяһында!
Нимә көтә халҡымды
Утраулыҡ аръяғында?

Утрау

Океандың уртаһында
Башҡорт иле утрауы.
Бер туҡтауһыҙ уның ярын
Тулҡындарҙың туҡмауы!
Океан булғас, ҡыйналыу бар
Тулҡындар туҡмағынан.
Ырғып сыға алмай утрау
Океан ҡосағынан.
Татый утрау, белә утрау
Ажарлыҡ аянысын,
Бер туҡтауһыҙ тулҡындарҙан
Ашалған таянысын.
Тура килә уға исемен
Бер өҙлөкһөҙ аҡларға,
Меңәр йылдар буйы килгән
Үҙ булмышын яҡларға.
Нимә өсөн, ни хаҡына
Башын һалған бабалар?
Үҙең булып ҡалалыуҙы
Белер микән балалар?
Йыуанырмы икән улар
Утрауыбыҙ бөтөнгә?
Йәшәрбеҙ бит? Океан бар
Беҙ йәшәһен өсөнгә!

Бойом

Көҙ тигәнем – һарғайған йәй
Ҡояштың бағышынан.
Һөйгән йәйен юғалтыуҙан
Һарғайған һағышынан.
Ҡыш тигәнем – йоҡлаған көҙ,
Көс йыймаҡҡа талыҡҡан.
Төш күрә ул яҙ хаҡында,
Сығыр өсөн ҡалыптан.
Яҙ тигәнем – уянған ҡыш,
Онотҡанды яңыртҡан,
Хис ташҡынын, һөйөү көсөн
Ғәләмдәргә танытҡан.
Йәй тигәнем – терелгән яҙ,
Ғәмәлгә ашҡан ҡомар,
Донъяның йәшәү сараһы,
Еңеү яулаған ҡорал.
Нимә бар һуң күңелдәргә
Йәйҙән дә сихәтлерәк?
Бойомлашҡас, беҙ түгелме
Көндән-көн бәхетлерәк?

Хәтер

Йәй тынының ҡайнарлығын
Иҫләй әле көҙҙәрем.
Иҫләй әле һалҡын таңдар
Йәйҙең эҫе төндәрен.
Үткән бәхеттең өткәнен
Онотмай күңелдәрем.
Иҫләй микән мине ҡай саҡ
Йәйҙәрҙә ҡалған йәрем?
Үкенмәйме ул һөйөнөп
Ҡояшта янғанына?
Үкенмәйме әҙ генә лә
Минән дә ҡалғанына?
Үкенмәйме ул ваҡыттың
Ҡомо ҡойолғанына?
Йөрәгенә фани ваҡыт
Мәңге тойолғанына?
Йәй тынының ҡайнарлығын
Ул күптән инде тоймай.
Бар(ы)һы дөрөҫ: бер йәйҙе лә
Ҡабаттан башлап булмай.

Көҙ

Еләктәр бешкән йәйҙәрҙе
Артта ҡалдырған көндәр.
Һары япраҡлы ағастар,
Алма ҡойолған көҙҙәр.
Йәне булған – моңо булған
Һағышҡа тулған йөҙҙәр.
Айлы һыуҙың яҡтыһында
Сатҡы сағылған төндәр.
Йондоҙҙарын ел һүндергән
Елберҙәп торған күлдәр.
Ҡылғандарҙың сал сәстәрен
Туҙҙырған остоҡ елдәр.
Һыҙылып таң атҡанында
Донъяға ғашиҡ күҙҙәр.
Өҙөлөп һүҙ ҡушҡан ҡоштар,
Сутылдап торған өндәр.
Йөрәктәрҙә бөтөнләйгә
Тороп ҡалыусы һүҙҙәр,
Һөйәм, тиеп арттан килгән,
Йәйҙәрҙән килгән көҙҙәр...
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ