» » Сатира һәм юмор секцияһы ултырышы үтте

Сатира һәм юмор секцияһы ултырышы үтте

Опубликовано: 1-04-2018, 11:08 | Категория: Новости, Народные поэты, Члены союза, Молодые авторы
Сатира һәм юмор секцияһы ултырышы үтте
29 мартта Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзының Сатира һәм юмор секцияһы ултырышы үтте. Унда Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, танылған яҙыусылар Марсель Сәлимов, Марат Әминев, Венер Исхаҡов, Рәзилә Ырыҫҡужина, Лира Яҡшыбаева, Фәниә Ғәбиҙуллина һәм "Һәнәк " журналы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Үткән йыл һөҙөмтәләре барланды, алдағы йылға пландар ҡаралды. Бәләбәй районынан килгән Юныс Зөбәйеровтың сатирик - юмористик әҫәрҙәре тикшерелде. Ижадсының бихисап хикәйәләре араһынан иң - иңдәрен Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә тәҡдим итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ