» » Көлкө көнө менән!

Көлкө көнө менән!

Опубликовано: 1-04-2018, 11:17 | Категория: Новости
Көлкө көнө менән!

Бөтә донъя көлкө көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар! Көлөп-йылмайып ҡына йәшәйек!

Килер бер саҡ шундай заман:
бөтәһе лә булыр етеш,
теүәл, таман;
һәр кем көләс,
шат һәм алсаҡ.
Бына әкәмәт –
бөтә кеше лә, имештер,
бөтә нәмәнән ҡәнәғәт.
Үткән-хәҙергенән улар
көлөр, ятып тәгәрләп.
Рәхәтләнеп көлөр улар
һеҙҙән, беҙҙән –
бөтәбеҙҙән.
Бөгөнгөнән
бик аҙ ғына көлгән өсөн
көлөрҙәр хатта минән.
Ә һеҙҙәнме?
Һеҙҙән көлөр улар, бәлки,
көлмәгәнгә минең менән.
Шулай, туған.
Йылмайып ултырған булам
шуны уйлап:
“Киләсәк заман –
көләсәк заман!”
***
Берәй ваҡыт
бына шундай
заман беҙгә килһен өсөн,
эшләйем мин
һалып бөгөн
бөтә көсөм.
(Марсель Сәлимов).
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ