» » Яңы китаптың исем туйына саҡырабыҙ!

Яңы китаптың исем туйына саҡырабыҙ!

Опубликовано: 6-04-2018, 09:16 | Категория: Новости
Яңы китаптың исем туйына саҡырабыҙ!6 апрель көндө Яҙыусылар союзының тамаша залында талантлы яҙыусыбыҙ, Рамаҙан Өмөтбаев һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге, шулай уҡ гәзит-журналдар премиялары лауреаты Яҡшыбаева Лира Миңлеәхмәт ҡыҙының “Ике төрлө ҡараш” исемле яңы китабының исем туйы үтәсәк.
Тиҫтәнән ашыу етди китап авторы булараҡ танылған яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның сатира һәм юмор менән яҙылған тәүге китабы.
Байтаҡ йыл дауамында йыйылған хикәйә, фельетон, юмореска тупланған әҫәрҙәрендә ғәҙелһеҙлек, ике йөҙлөлөк, ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек кеүек кире сифаттарҙы тәнҡитләп фәһем бирә, хаҡ юлды күрһәтә.
Барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәрҙе Коммунистик урамы, 34 адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ. Башлана 14.00 сәғәттә.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ