» » Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилей кисәһе үтте

Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилей кисәһе үтте

Опубликовано: 6-04-2018, 11:30 | Категория: Новости, Члены союза

Кисә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле башҡорт шағирәһе Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Шағирәнең ижадын сағылдырған күргәҙмә сараға килгән һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең һатыуға ҡуйылған китаптарын да ҡунаҡтар ҙур теләк менән алды. Таңһылыу Фаяз ҡыҙы автографтар ҙа таратты. Шағирәне иң тәүҙә Әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Илүзә Шәйәхмәтова тәбрикләне. Башҡортостан Яҙыусылар союзы урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин юбилярға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаһының почет грамотаһын һәм бүләген тапшырҙы. Таңһылыу Фаяз ҡыҙын тәбрикләргә ҡәләмдәштәре – Йыһат Солтанов, Бәхтейәр Хәлитов, Зәйтүнә Шәрипова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Тамара Искәндәриә, Ринат Сөләймәнов, Олеся Әхмәтрәхимова һәм башҡалар дәррәү килгән ине. Уларҙың барыһы ла тиерлек юбилярға йөрәк түренән сыҡҡан матур ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ сарала шағирәнең туғандары, хеҙмәттәштәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Әлбиттә, Таңһылыу Ҡарамышеваның шиғырҙары яңғыраны. Йыр-моң һәм бейеү менән биҙәлгән был күркәм кисәнән бөтәһе лә күтәренке кәйеф менән таралышты.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ