» » Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” китабының исем туйы үтте

Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” китабының исем туйы үтте

Опубликовано: 6-04-2018, 20:01 | Категория: Новости, Члены союза

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында билдәле яҙыусы, Жәлил Кейекбаев һәм Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” тип аталған китабының исем туйы үтте. Үҙенең етди әҫәрҙәре менән республикала күптән танылыу алған әҙиптең сатира һәм юмор өлкәһендәге был тәүге йыйынтығы. “Лира апай әүлиәләребеҙҙең тормошон ентекләп өйрәнеп, улар тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әҫәрҙәр яҙҙы. Бөгөн иһә уның тормошобоҙҙағы етешһеҙлектәрҙе һәм кәмселектәрҙе ҡыйыу рәүештә фашлаған китабын ҡулыбыҙға алып ҡыуанабыҙ. Һис шикһеҙ, “Ике төрлө ҡараш” китабы ла үҙ уҡыусыһын мотлаҡ табасаҡ һәм халыҡ һөйөүен яулаясаҡ”, – тине сығышында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев. Шулай уҡ әҙәбиәтебеҙгә оҙайлы йылдар дауамында тоғро хеҙмәте өсөн Лира Миңләхмәт ҡыҙына Яҙыусылар союзының Почет грамотаһын тапшырҙы.
Был күркәм сарала яҙыусының Марсель Сәлимов, Әмир Әминев, Марат Әминев, Гүзәл Ғәлиева, Фәниә Ғәбиҙуллина, Рәзилә Ырыҫҡужина, Гөлсинә Йосопова, Рәшит Зәйнуллин кеүек ҡәләмдәштәре, яҡындары, йәш быуын вәкилдәре ҡатнашты. Кисәне алып барыусы сатирик Марсель Сәлимов әҙибәнең емешле хеҙмәтен юғары баһаланы. “Был китапты бөгөн осрашыуға килгән йәштәр ҙә мотлаҡ уҡып сығырға тейеш. Бик фәһемле буласаҡ улар өсөн”, – тип үҙ фекерен белдерҙе танылған прозаик Әмир Әминев. Билдәле шағирә Гүзәл Ғәлиева ла уның менән теләктәшлек белдере. Һуңынан әҙибә үҙе һүҙ алды. Ул барыһын да үҙенең тормош юлы, ижады менән таныштырҙы, ваҡыт табып яңы китабының исем туйына килгән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Йәштәргә лә фәһемле фекерҙәрен еткерҙе һәм ижад серҙәрен асты. Лира Миңләхмәт ҡыҙы сараға буш ҡул менән килмәгән – Яҙыусылар союзына ҡиммәтле бүләк тапшырҙы. Һуңынан ҡунаҡтар менән бергәләшеп иҫтәлеккә фото төшөү ойошторолдо.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ