» » Ринат Сөләймәновтың шиғыр китабының исем туйы үтте

Ринат Сөләймәновтың шиғыр китабының исем туйы үтте

Опубликовано: 28-04-2018, 13:30 | Категория: Новости, Члены союза, Молодые авторы

Башҡортостан Яҙыусылар союзында билдәле йәш шағир Ринат Сөләймәновтың “Йөрәгемдә – яҙҙарым” тип аталған шиғри йыйынтығының исем туйы үтте. Был күркәм сараға күренекле шағирҙар һәм яҙыусылар, шағирҙың уҡытыусылары, яҡташтары, яҡындары, ижадташ дуҫтары йыйылды. Ринаттың ижады тураһында Тамара Ғәниева, Әмир Әминев, Зөфәр Вәлит, Фәнил Күзбәков, Лариса Абдуллина, Ғарифулла Яппаров кеүек әҙиптәр фекер йөрөттө, өмөтлө ҡәләмдәшен ихлас ҡотланы. Йәштәрҙән Рәшит Зәйнуллин, Илгиз Ишбулатов, Олеся Әхмәтрәхимова, Тимур Рәхмәтуллиндар ижадташ дуҫына уңыштар теләне. Ринат Сөләймәнов әлеге мәлдә Архангель районынан берҙән-бер Яҙыусылар союзы ағзаһы икән. Яҡташтары ла уны ошо мәртәбәле байрамы менән ихлас тәбрикләргә атлығып килгән. Ринат Сөләймәновты әҙәбиәткә ылыҡтырыусы уҡытыусыларының береһе Раушания Әҡсән ҡыҙы Ғәйнуллина уҡыусыһының мәктәп йылдарҙағы иҫтәлектәре менән бүлеште. Фәриҙә һеңлеһенең дә сығышы күптәр өсөн бик ҡыҙыҡлы булғандыр, моғайын. Шағирҙың шиғырҙарын да бөтәһе лә хисләнеп тыңланы. Шулай уҡ йәш йырсы Роза Закированың, думбыра һәм скрипка оҫталары Гөлназ Мәмбәтова менән Наилә Юнысованың сығыштары алҡыштарға күмелде. Барлыҡ ҡунаҡтар өсөн дә мул табын әҙерләнгәйне. Был күркәм байрамдан бөтәһе лә көләс йөҙ, яҡты күңел менән таралышты.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ