» » Яҙыусы Әҡлимә Сафина күркәм юбилейын билдәләй!

Яҙыусы Әҡлимә Сафина күркәм юбилейын билдәләй!

Опубликовано: 29-05-2018, 09:44 | Категория: Новости, Члены союза
Яҙыусы Әҡлимә Сафина күркәм юбилейын билдәләй!
Бөгөн танылған прозаик, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы Сафина күркәм юбилейын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр һәм, әлбиттә, артабан да илһамлы ижад теләп ҡалабыҙ!

Күрше хаҡы

Хикәйә
Нурҙиҙә ҡарсыҡ бер йомошһоҙ урамға сыҡҡайны, Миңлегөл абыстайҙы осратты.
– Һауғынамы, әхирәткәй! Ҡайҙа былай, утҡа баҫҡан бесәйҙәй, ашығаһың? Әйҙә, сәй эсеп сыҡ. Бер ҙә килмәй киттең дәһә, – Нурҙиҙә, уны күргәс, хатта ҡыуанып ҡуйҙы.
– Эй, Нурҙиҙәкәйем, балаларға күстәнәсемде тапшырам да кире боролам. Күршең Фатимала аят уҡыйым.
– Фатима еңгә ҡунаҡ йыямы ни? Нурҙиҙәнең һорауы һауала эленеп ҡалды, Миңлегөл өтәләнеп юлын дауам итте.
Нурҙиҙә ҡарсыҡ өйөнә ҡайта һалып, һандығынан сағыу биҙәкле, балиткәле күлдәген алып кейҙе, сиғандарҙан һатып алған күлдәй яҫы кәшмир шәлен ябынды.
– Саҡырыр. Саҡырмай ни, ғүмер буйы ут күрше йәшәнек, һуғыш ваҡытында бергә һыйыр һауҙыҡ. Үҙе лә ҡунағымдан ҡалғаны юҡ, – әбекәй үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, Фатиманың өйөн күҙәтте. Уғаса булмай күрше ҡапҡаға бер машина килеп туҡтаны. Унан төшкән кешеләрҙе байтаҡ таный алмай торҙо, күҙлеген кейгәс кенә:
– Ә, ағаһы Нәжметдин әбейе менән икән... – тип башын һелкте.
Тиҙҙән күҙ яуын алырҙай итеп кейенгән, ситектәре тышынан калуштарын ялтыратып, бер нисә ҡатын күршеһенең ҡапҡаһы эсенә инеп юғалды. Уларҙан күп тә ҡалмай, йыуан ҡорһағын һелкетеп, саҡҡа ҡыбырлап, элекке колхоз рәйесе – «Майлы күҙ» бисәһе күренде.
Фатиманың уны ҡапҡа төбөнә үк ҡаршыларға сыҡҡанын абайлаған Нурҙиҙәнең бөтә тәне буйлап эҫе тулҡын бәреп үтте. Хужабикә сөсөләнеп, ахыры, элекке түрә ҡатынына сибек кәүҙәһен һырындырҙы, уның арҡаһынан һөйөп алды ла икәү бергә инеп тә киттеләр.
Күршеһен көткән Нурҙиҙә тәҙрәһе яңағына таянып байтаҡ торҙо, тик Фатима башҡаса күренмәне.
Йөрәге дарҫлап типкән ҡарсыҡтың сикәһе һытылырҙай булып тулышты. «Ҡан баҫымым күтәрелде, буғай» тип ауыр ҡуҙғалып бүлмәһенә йүнәлде. Дарыуын ауыҙына ҡабыуына, солан ишеге асылғандай тойолдо. Әллә ҡолағына салындымы? Нурҙиҙә туйтаңлап ишеккә ташланды. Ишекте шар асып ебәреүенә, бесәйе аяғына һырылып, мырылдап өйгә үтте. Нурҙиҙә үҙе лә һиҙмәҫтән уфылдап, ишеген япты. Дарыу башының ауыртыуын бер аҙ баҫа төштө, әммә ҡалтыраныуы туҡтаманы. Шуға ҡарамаҫтан, ҡарсыҡ түҙмәй, таяғына таянды ла тағы урамға һылтыҡланы.
Ҡунаҡҡа саҡырылмағанын Нурҙиҙә Фатиманың үҙен кәмһетеүе тип ҡабул итте. Ҡапҡаһы төбөндә бер уңға, бер һулға бағып бер аҙ торғас, башы һуҡҡан яҡҡа ыңғайланы.
...Күҙ асып йомған арала йәш саҡтағы ҡайһы бер ваҡиғалар иҫенә килеп төштө.
Ун ете йәшлек Фатима күрше ауылдан килен булып төштө. Төҫкә-башҡа матур, таҙа ине ул. Йомшаҡ телле, буй-һыны килешле, уны ауыл халҡы тиҙ арала үҙ итеп өлгөрҙө.
Ҡырҡынсы йылдың йәйендә ун дүрт йәшлек Нурҙиҙәне һауынсы итеп эшкә ҡуштылар. Фатима менән ул шунда танышты ла инде. Килендең уңғанлығын маҡтаһалар ҙа, Нурҙиҙәгә уның ҡараштары оҡшап етмәне. Күҙҙәрендә зәһәрлек кенә түгел, хәйләкәрлек тә тойҙо шул саҡта уҡ үҫмер күңеле. Тырыш, эшкә күнгән Нурҙиҙә өлкән апайҙарының ярҙамсыһына әйләнде. Фатима ла ҡыҙҙы үҙенең кәрәк-яраҡ йомошона йыш ҡуша ине...
Уйҙарының осона сыға алмай ҡайҙалыр атлаған Нурҙиҙә кинәт кенә туҡтаны. «Был Фатиманы бер ҡыҙыҡ итәйемме?» – Үҙ алдына һөйләнеп килгән юлынан кирегә боролдо.
***
Күршеләге ҡунаҡтар хужабикәгә рәхмәттәр уҡып таралыша башлағайны инде.
Нурҙиҙә, бер нәмә лә белмәгәндәй, Фатиманың ҡапҡаһы төбөнә еткәндә, хужабикә абыстайҙы тәмле-татлы һүҙҙәр менән оҙата ине.
– Фатима еңгә, арыуғынамы?
– Һаубыҙ! – Ҡоро ғына һаулыҡ һорашып инеп китергә ниәтләнгән Фатиманы Нурҙиҙә беләгенән эләктерҙе лә:
– Еңгә, уйланып ултыра торғас, беҙҙең «Пароль» иҫкә килеп төштө. Һин дә онотмағанһыңдыр?
– Ниндәй «Пароль», ти ул? Юҡсы! – тип, олоғая килә һүрәнләнә төшкән ауыр ҡараштарын ут күршеһенә төбәне. «Күпме ғүмер уҙһа ла, күҙҙәрендә шул уҡ зәһәрлек, хәйлә», – тип уйланы уны күҙәткән Нурҙиҙә ҡарсыҡ.
Әбейҙәрҙең әңгәмәһен өйҙән сыҡҡан Нәжметдин бүлде:
– Ә-ә-ә, Нурҙиҙә, һауғынаһыңмы? Нишләп аятҡа инмәнең? – тип күптәнге танышы менән ике ҡуллап күреште. Уңайһыҙланған күршеһенең йөҙөн ҡыҙартмайым типме Нурҙиҙә:
– Уландарымда булдым, – тип кенә ҡуйҙы.
– Улыңды ишеттем, Нурҙиҙә орден менән наградланған икән. Маладис! Үҙен ҡулға алып өлгөргән хужабикә шундуҡ:
– Әйҙә, күрше, ин, аят ашы ашап сыҡ, – тип яҡшатланды.
– Рәхмәт, магазинға сыҡҡанмын, ашығам, – тип, күршеһенең ҡыҫтауына иҫе китмәгәнен белдереп, юлын дауам итте. Тик оҙаҡ бара алманы, йөрәгенең хәле бөтөүен тойоп, кире өйөнә йүнәлде.
Дарыу эсеп, бер аҙ ял итергә ниәтләгәйне лә, күңелен әлеге «Пароль» өйкәне. «Етмеш йыл элек булған хәлде иҫенә төшөрөп дөрөҫ эшләнемме?» Күпте кисергән ҡарсыҡ ауыр хистәргә бирелде.
...Ғәмһеҙ үҫмер саҡ. Фатима һөттөң иҫәбен алып бара, феләктәрҙе йыуа. Ә ағаһы Нәжметдин ферма мөдире вазифаһын үтәй. Бер көн һыйыр көтөүсе Вәли, Нурҙиҙә эргәһенә килеп:
– Көн дә һөт юғала... Һин шым ғына күҙәтеп, күҙ-ҡолаҡ булып йөрө әле. Беҙ – комсомолдар бит! Белә ҡалһаҡ кәрәк ергә «тишербеҙ», – тип шыбырланы.
Нурҙиҙә үҙенә беркетелгән һыйырҙарҙы һауа ла ҡайтыу яғын ҡарай, ә урлашыу тураһында уйлағаны ла юҡ. Арманһыҙ булғанда уның ҡайғыһымы ни? Әммә Вәлиҙең һүҙе уны һағайтты.
Был хәлдән һуң ике-өс көн үтеүгә һөт тапшырырға килгән ҡыҙҙы туҡтатып Фатима:
– Бөгөн кискә ҡалып миңә ярҙамлашырһың әле, – тип үтенде.
Киске уйынға сығырға әҙерләнһә лә, Нурҙиҙә ихлас ризалашты. Улар малсылар өйөндә төнө буйы һөт үткәрҙе. Икенсе көнө лә ҡалып май яҙҙылар. Арыған Нурҙиҙәне еңгәһе мейес араһына йоҡларға һалды. Таң алдынан кемдәрҙеңдер шым ғына һөйләшкәндәренә уянып китте ул.
– Майың күпме булыр?
– Элеккесә инде, ике феләк тулы.
– Ярай, беҙ ҡуҙғалайыҡ. Мейәс баҙарына барып еткәнсе яҡтырыр.
Ҡыҙ таныны был ят ир тауышын: Фатиманың атаһы лаһа! Бер аҙҙан ашығып Нәжметдин инде:
– Мине һорап килһәләр, ауырый, өйөндә, тип әйтерһең. Мейәс тураһында ләм-мим. Был ҡыҙҙың да ауыҙын майла, – тип мейес яғына һуҡ бармағы менән төртөп күрһәтте. Иртә менән уянғас та йәш һауынсы:
– Еңгә, төндә кемдәр килгәйне ул? – тип һораны юрый, тирә-яғына ҡаранып. – Майҙы май заводына ебәрҙең дәме әллә? – тип һораған булды.
– Эйе, эйе, оҙаттым. Йә боҙолоп китер, – килен кеше ауыр ҡараштарын уға төбәне. – Нурҙиҙә, ишетһен ҡолағың, һин бында булманың да, май ҙа тасҡыманың! – Йоҙроҡланған ҡулының терһәгенән тотто. – Был беҙҙең «пароль!» Шунан бер аҙ йомшара төшөп: – Төнө буйы эшләнең, бына һиңә эш хаҡына бер һупалаҡ май, – тип үҙенең ярҙамсыһының бөйөрөнә төртөп ҡуйҙы.
Фатима йыш ҡына кәрәк саҡта «парол»ен күрһәтте. Төнгө «эштәр»е күпме тағы дауам итер ине, билдәһеҙ. Ярай ҙа, көндәрҙең береһендә Нәжметдинде Мейәс юлында май менән эләктерҙеләр. Вәлиҙең генә эше икәнлеген Нурҙиҙә һиҙемләне.
Тиҙҙән һуғыш башланды. Нәжметдинде төрмәлә ултырған еренән штрафбатальонға ебәрҙеләр һәм күп тә үтмәй, ул, уң ҡулы яраланып ҡайтып төштө. Йәш килендең был хәлдән һуң дәрәжәһе төшһә лә, бер ҙә бошонманы. Яу яланынан күкрәге тулы орден-миҙалдар менән ҡайтҡан иренең абруйын оҫта файҙалана белде. Башҡа ҡатындар кеүек ауыр эштә бил бөкмәне. Әммә уны йыш ҡына райондан тикшереү менән килгән ҡунаҡтарға өйөндә генә аш-һыу әҙерләргә тәғәйенләнеләр. «Эшләмәй генә колхоз ҡалъяһын имеп ята инде», – тине ҡайһы бер уҫал телдәр. Ире өнһөҙ-тынһыҙ кеше булһа ла, эсеп алып Нурҙиҙәнең ире эргәһенә инә лә йөрәк ярһыуҙарын сисә:
– Их, Батыр, һин бәхетлеһең. Балаларың да ипле, эшсәндәр. Минекеләрҙең бер ҙә генә рәттәре юҡ, ни уҡыуҙан, ни эштән. Бисәң дә үҙең өсөн үлеп бара, ә минеке – киреһенсә. Етмәһә, теге «Майлы күҙ» менән ҡосаҡлашып торғанын күргәндәр. Уныһы ла шәп: мыймылдаҡ бисәләрҙең береһенең дә итәге аҫтына инмәй ҡалмай.
Яугир хатта күҙ йәштәрен дә йәшермәне.
Уйланып ята торғас, Нурҙиҙә йоҡлап ҡына киткәйне:
– Ҡушаға, аятҡа саҡырманы был, тиеп, әллә үпкәләнең инде? – тигән юха тауышҡа уянып китте. – Кисә саҡырайым тип ингәйнем дә, өйҙә булманың. Һиңә аят ашы күстәнәстәрен индерҙем, ауыҙ ит...
– Мин кисә бер ҡайҙа ла сыҡмай ауырып яттым. Үпкәләнеңме, тиһең. Юҡ. Тик түрә ҡатындары эргәһендә, миңә – ябай ауыл ҡарсығына, туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән әсәгә, урын булмаҫ, тип уйланым. Аштан оло булмайым, өҫтәлгә ҡуй. Уҡытҡан аятың ҡабул булһын. Хоҙай белеп ҡылған, аңламай ҡылған гонаһтарыңды ғәфү итһен.
– Нурҙиҙә, әллә рәнйенеңме? «Парол»де лә иҫеңә төшөрҙөң...
Шул саҡ ишек асылды. Нурҙиҙәнең төпсөгө Зөһрә балалары менән килгән икән. Өйҙәге ауыр тынлыҡ балаларҙың шатлыҡлы ығы-зығыһына күмелде. Фатима, урынынан тороп, шым ғына сығып тайҙы. Тиҙҙән ҡала ҡунаҡтары сәй эсергә ултырҙы. Өләсәй ейәнсәрҙәрен һөйөп:
– Әлдә, балаҡайҙарым, һеҙ бар, – тип әле береһен, әле икенсеһен күкрәгенә ҡыҫты. Бер аҙ уйланып ултырғас: – Һеҙҙең килеүегеҙ бик яҡшы булды әле. Иртәгә атайыңдың йыллығын уҡытам. Пенсия ла алдым. Иң беренсе Фатима әбейеңде саҡырып сыҡ. Күңеле бигерәк кителеп йөрөй. Ҡайғырмаҫлыҡ та түгел шул, ике улы бер-бер артлы эсеп мәрхүм булдылар. Ҡыҙҙары ла ирҙән иргә йөрөй. Таяныс булырҙай ғәзиздәренең рәхәтен күрмәне шул. Исмаһам, күңеле күтәрелер – тип изге хәстәргә күмелде Нурҙиҙә. – Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тигәндәр борондан.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ