» » Шағир Рәмил Ҡол-Дәүләттең тыуыуына 60 йыл!

Шағир Рәмил Ҡол-Дәүләттең тыуыуына 60 йыл!

Опубликовано: 30-05-2018, 11:05 | Категория: Новости, Члены союза
Шағир Рәмил Ҡол-Дәүләттең тыуыуына 60 йыл!
Бөгөн билдәле башҡорт шағиры Рәмил Ҡол-Дәүләттең тыуыуына 60 йыл! Ваҡытһыҙ арабыҙҙан баҡыйлыҡҡа китеп барған, әммә атылған йондоҙ кеүек шиғриәтебеҙҙә сағыу яҡтылыҡ ҡалдырған талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ, милләттәштәр!

Рәмил Ҡол-Дәүләт
(30 май 1958 – 12 ғинуар 1998)

Ҡол-Дәүләттең ғүмере ай күрҙе, ҡояш алды, тигәндәй генә булып тойолдо. Уның менән танһыҡтар ҡанғансы аралашып-аңлашып та, һөйләшеп-фекерләшеп тә өлгөрөп булманы. Юҡ, беҙҙең ваҡыт хәтһеҙ күп ине: беҙ, бер үк йылдарҙа ҡәләм тирбәлтә башлаған дуҫтар-быуындаштар, йәғни Рәмил Ҡол-Дәүләт, Буранбай Исҡужин, Рәйес Түләк, Ғәби¬ҙулла Зарипов, Ғилман Ишкинин, Марсель Искәндәр һәр саҡ бергә булдыҡ, тик үҙ-ара ихласлап аралашырға ул замандың йолалары, йәшлегебеҙ максимализмы мөм¬кинлек бирмәне кеүек. Үкенескә кү¬рә, осрашыуҙарыбыҙҙың күбе¬һенең күңел асыуға ҡоролғанын да танырға тура килә. Осрашыуыбыҙ төп шарт ине, нимә ха¬ҡында әңгәмәләшеүебеҙ түгел. Ул заман¬дың барлыҡ йолалары ла тап шул күңел асыу¬ға ҡоролғас, башҡа төрлө аралашыу барыбер ҙә формаль килеп сығыр ине һымаҡ...
Маҡсаттар ҙа, ғәмдәр ҙә икенсерәк ине шул ул йылдарҙа. Етмәһә, беҙҙе “коммунизмда йәшәйәсәкһегеҙ, ул ҡоролош кешелектең иң камил йәмғиәте һанала¬саҡ”, тип тәрбиәләнеләр. Өҫтәүенә, үткән быуаттың 90-сы йылдарында башланған үҙгәрештәр шауҡымы үҙ тарихыбыҙға һәм ысынбарлығыбыҙға өр-яңы күҙлектән ҡарарға мөмкинлек биреүе беҙҙе уғата ҡанат¬ландырып ебәрҙе. Ниңәлер арабыҙ¬ҙа Рәмил дуҫыбыҙ мөстәҡиллек, суверенитет идеяларына шиклә¬небе¬рәк ҡараны. Бын¬дай ҡараш уның күпселек шиғыр-ҙарында сағылыш тапты. Юҡ, ул шат¬лана белде, тик һағышҡа тө-рөл¬гәйне уның бын¬дай күңел са¬ғылышы:
«Үҙ илем бит, үҙ ерем бит,
Ҡалай ғына булһа ла...» –
Тиеп, дошманға сер бирмәй,
Шып-шым йәшәргә ҡала...
Самаһыҙ ғорур инекме әллә үтә бер ҡатлы булдыҡмы? Бөрйәндә йәшәүсе ду¬ҫыбыҙ, яҙыусы, фотограф Флүр Ғазин: “Бер¬гә йөрөгәндә минең ҡулда һәр ваҡыт фотоаппарат булды. Исмаһам, бергәләп фотоға ла төшөргә эшкинмәгәнбеҙ. Нимә уй¬лағанбыҙҙыр инде, мәңге йәшәрбеҙ тип уйланыҡмы икән?” – тип иҫкә ала ул йыл-дарҙы.Ысынлап та, бергәләп фотоға төшөүҙе әллә кәрәкле тапма-ныҡ¬мы, әллә инде бындай ғәмәлде ваҡ- тө¬йәккә иҫәпләнекме, әйтеүе ҡыйын. Һан¬да-һаяҡ икешәр йә өсөшәр генә бергә төш¬кәндәрен иҫәпкә алмағанда ул йыл¬дарҙы һынландырған фотолар юҡ кимә-лендә.
Әле генә килеп беҙҙең быуын вәкил¬дәре ғүмерҙең дә, тормоштоң да ысын ҡә¬ҙерҙәрен белер йәшкә еттек. Бихисап күп юғалтыуҙар, мөмкинлектәр ҡулдан ыс¬ҡынғас ҡына. Ә ул саҡта...
Әҙәбиәт донъяһына килде лә, күренде лә, балҡыны ла, донъяға һоҡланды ла, бик күптәрҙе һоҡландырҙы ла Ҡол-Дәүләт, иң беренселәрҙән булып донъя¬лыҡтан китеп тә барҙы. Бер бөйөк полко-водец әйтмешләй, «Килдем, күрҙем, еңдем...», тигән кеүек булды инде, гүйә, уның ғүмере. Донъялыҡтан ул китте, әммә халҡыбыҙ күңелендә, әҙәбиәт донъяһында исеме тороп ҡалды. Ши¬ғырҙарын ҡайһы ғына заманда алып уҡы¬һаң да, улар әле генә яҙылғандай, шул замандыҡы булып ҡабул ителә. Ә бына быныһы инде бик һирәктәргә генә бирелә торған бәхет. Үҙҙәре иҫән саҡта ла әҫәрҙәре йәшәүҙән туҡтаған ижадсылар була. Әйтһәң, әҙәм ышанмаҫ. Рә-милебеҙ ауырып аҙна-ун көнгә дауа¬ха¬наға ята ла, унан сығыуына сираттағы пьесаһын яҙып та өлгөрә ине. Пьесаһы тиҙ арала берәр театрҙа ҡу¬йыла һала. Ул да¬уа¬ханаға эләк¬те¬ме, беҙ шул йыл¬да премьера көтә¬беҙ. Әйтер¬һең дә, ғү¬ме¬ре¬нең шулай ҡыҫ¬ҡа ғына булырын белгән кеүек, хатта ауырыу мә¬лен дә ижад өсөн фа鬬ҙа¬лана белде.
Шуныһы үке¬нес¬ле, Ҡол-Дәү¬ләт был «сирен» баш¬ҡа дуҫтарыбыҙға ла «йоҡтороп» китте. Уның артынан «тыр-тыр» эйәргән Ғә¬би¬ҙулла ла, Марсель дә, Рәйес тә, Буранбай ҙа, Ғилман да ғүмерҙәренең һуңғы һу¬лышына тиклем тик ижад менән генә йәшәне, дөрөҫөрәге, ғүмерҙәре иҫәбенә ижад итте. «Егеттәр, тегендә барғас, күп¬ме йәшәнең, ҡайҙа һәм кем булып эш¬ләнең, тип һорамаҫтар, нимә яҙҙың, тип һорарҙар» тигән һүҙбәйләнеш тә беҙҙең егет¬тәр ауыҙынан әйтелде.
Ысынлап та, егеттәрем һайлам уҡ ке¬үек инеләр. Барыһы ла ҡыҫҡа ғына ғүме¬рендә әйтер һүҙҙәрен әйтеп өлгөрҙө, нисек итеп әйтте әле. Рәйес Түләк әйт¬мешләй, «беҙҙең төркөм алдында Рәмил булды» һәм йәшәүҙә лә, үлемдә лә тәүге «сирҡанысты» ул алды. Ә Ҡол-Дәүләттең үҙ-үҙен тотошо, атлап йөрөүҙәре ниндәй ине һуң! Һоҡланғыс ине! Оҙон, сираҡтай нәҙек, саҡ ҡына алға эйелеберәк торған кәүҙә. Яҫы маңлай, асыҡ һәм ниндәйҙер мөғжизә түгелер йөҙ, һыҙылып киткән мыйыҡ. Ҡабаланмай, һәлмәк кенә баҫып атлап килеүҙәре оло бер тантанаға тиң. Гүйә, ниндәйҙер, үҙенең шиғырындағыса, Өлкәнтау урынынан ҡуҙғалған да, дәрә¬жәһен һаҡлай белеп кенә дала ҡыҙыра кеүек. Дәрәжәһен дә һаҡлай, үҙе йөрөгән ерҙәренең ҡәҙерен дә белдертә кеүек. Ул йәненән артыҡ күреп табынған ошо ерҙе яратмай, уға һоҡланмай ҡара. Урынынан ҡуҙғалған Өлкәнтау кеүек ине Рәмил дуҫыбыҙ. Уның был олпатлығы, һәл¬мәк¬леге ижадында ла сағылыш тапты. Ҡол-Дәүләттең буш шиғырҙары, күләм булһын өсөн генә яҙылған әҫәрҙәре бөтөнләй юҡ. Һүҙ уйнатҡанда ла, шиғыр аша йылмайғанда ла шағир һәр саҡ кинәйәне, әйтергә теләгән фекерен иң беренсе урынға ҡуйҙы. Ғөмүмән, уның ижадының башланғыс, өйрәнсек осоро булдымы икән? Булманы, тәүге шиғыр¬¬ҙары менән үк ул өлгөрөп еткән, ҡойоп ҡуйған шағир ине. Ә тотош Ер шары, кешелек һәм мәңгелек кимәлендә ошо Ҡол-Дәүләтһеҙ йәшәгән ваҡыт эсендә нимә үҙгәрҙе һуң? Әйтергә кәрәк, артыҡ бер нәмә лә үҙгәрмәне кеүек. Барыһы ла һаман да элеккесә, һаман да Ҡол-Дәү¬ләттең билдәле «Килен» шиғырында әйт¬кәнсә, оло илебеҙ менән «ҡәйнә-килен» мөнәсәбәтендә йәшәйбеҙ. Бөйөк үҙгәртеп ҡороуҙың тәүге йылдарында ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булғандай тойолдо ла, тормош йылғабыҙ үҙ үҙәненә кире ҡайтты кеүек. Әллә инде башҡаса йәшәй бел¬мәйбеҙ, әллә теләмәйбеҙ, әллә хәле¬беҙҙән килмәй? Шағирҙың эпитеттарға, сағыш¬тырыуҙарға, кинәйәләргә «үтә лә аяуһыҙ булыуы, киҫкен мөнәсәбәте» шул уҡ за¬мандың шәхескә, халыҡҡа ҡарата аяуһыҙ булыуының, киҫкен мөнәсәбә¬тенең сағы¬лышы ғыналыр. Ҡол-Дәүләт «Мәмерйә» ши¬ғы¬рында беҙ йәшәгән тормошто мә¬мер¬йә образы менән сағыш¬тыра:
Һәр аҙымды үлсәп кенә
Баҫмаһаң бында әгәр,
Башҡа яуған таштар кеүек,
Яуырға тора ҡәһәр...
Шик-шөбһәле был бушлыҡта
Кем һуң ҡалырға теләр?
Ҡалһа ҡалыр бында бары
Ҡуш йөрәкле йә йүләр!
Ысынлап та, үҙе тойған бушлыҡта, шиғырындағы мәмерйәлә ҡалырға теләмәнеме икән ни шағир? Унда ҡа¬лыуҙы йүләрлеккә һананымы? Шуға үҙен һаҡ¬ламанымы, һаҡланманымы? Әллә ин¬де халҡыбыҙ әлмисаҡтан алып хыял¬ланып та, быуаттар буйы көрәшеп тә, яу¬лаған тулы азатлыҡтың һағым ғына икә¬нен тойҙомо? Шағирҙың бик күп ши¬ғырҙарында урын алған ошо «Мәмер¬йә» шиғырындағыса мотивты мин песси¬мизмға тиңләмәҫ инем. Ошо урында Ҡол-Дәүләт ижадының төп асылын билдәләгән йөкмәткегә, йүнәлешкә тап булабыҙ ҙа инде. Ул да булһа – кешенең, милләттең асыл¬ын ҡыйратыуға йүнәл¬телгән ижти¬мағи ҡоролоштоң, сәйәсәттең емерткес ғәмәлен, эшен фашлау. Ғөмү¬мән, Рәмил тор¬мошта ла, ижадында ла хәҡиҡәтте күҙ¬гә тура ҡарап әйтә алырлыҡ шәхес бул-ды. Йәшеренеп йәшәмәне, ыш¬ыҡлана белмәне. Хәҡи¬ҡәтте әйтеү ул саҡта ғына түгел, һәр заманда ла еңел бул¬маған. Һәр хәлдә шағир «Мәмерйә» шиғырында хаҡ¬ты әйткән бит, тип ҡуям. «Мин китермен, бер китермен, шуҡ ел¬дәргә тағы¬лып...» тигән шағир ғүмеренең аҙа¬ғында яҙған бер шиғырында. Ҡайһы тарафтарға юлла-ныуҙы күҙалланы икән шағир? Дөрөҫөн әйткәндә, Рәмилдең тормошо тотошлайы менән һағыштарҙан ғы¬на торған кеүек ине. Бәхетле үк булып үтмәгән сабый, бала сағы, тәҡәттәрен ҡо¬ротҡан сиргә тарыуы, заман һалған ыҙа¬лар шағир өсөн эҙһеҙ үтмәне. Ҡол-Дәүләт үҙенең тәбиғи булмышы менән дә «яралы торна» хәлә¬тендә ине. Ша¬ғирҙың ошоға оҡшаш һыҙланыуҙарға ҡоролған әҫәрҙәре күп кенә. Әммә уларҙа шағир заман һалған яраларынан һыҙла¬ныуын ғына белдерә, ошо һыҙла¬ныу¬ҙа¬рының туғандарының, халҡының һыҙла¬ныу¬ҙары менән уртаҡ икәненә ишаралай, әммә зарланмай.
Уның тормошта ла, әҫәрҙәрендә лә йылмайыуы һәр саҡ күҙ йәштәре аша оло донъяға күренә. Тормошта ла, ижадта ла үтә танһыҡ, көтөп алған байрам ине уның өсөн йылмайыу. Ғазаптары аша бул¬ған¬ғамы, Рәмил ғәжәйеп йылмая, са¬бый¬ҙай шатлана белгән зат ине. Был һәләте иң тәүҙә уның шиғырҙарында са¬ғылды, аҙаҡ драматик әҫәрҙәренә күсте. Әммә шағирҙың әрнеү-ғазаптары ҡыҫыр булманы, илһам эҙләп «ғазапланған» шағирҙыҡы һымаҡ үҙмаҡсатҡа ҡорол-маны, улар бары тормош асылының са¬ғылышы ғына булды. Был йәһәттән Ҡол-Дәүләт «Быума» поэмаһында бар асылы менән беҙҙең күҙ алдына баҫа. Хәс тә Рәйес Түләк үҙенең «Яныу» поэмаһы менән беҙҙең алда һынланған кеүек:
Йәшермәйем, ҡай саҡ ошо илдә
Тыуып үҫкәнемә үкендем.
Мин йәшендән һуғып үлтереүен,
Һәм йотоуын ерҙән үтендем...
Күренекле шағирә Тамара Ғәниеваның Ҡол-Дәүләттең “Саңдау” шиғырына бир¬гән баһаһын хрестоматия материалы итеп ҡуйырлыҡ:
“...Ә бит шағирҙың “Һигеҙенсе мөғ¬жизә” тип аталған йыйынтығына инде¬релгән ошо шиғыры мәңгелек һәм баҡый¬лыҡ аралығында йәшәгән кеше¬лектең мәңгелеккә дәғүә итеүсе ҡим¬мәттәре һан-дығынан урын алыуҙы даулар ҡеүәткә эйә...
Сәхнәнән уҡылһа, һирәктәрҙең күңел ишеген ватып инер ине ул, моғайын. Ә бит, асылда, бындағы ассоциатив мөм¬кин¬лектәр бихисап һәм драматик кө¬сөргәнеш, образ бөтөнлөгө алда телгә алынған шиғырҙарынан күпкә көслөрәк. "Саңдау" күҙгә ташланған ғына өс эске образды ҡойоп ҡуя. Береһе – шул уҡ Баш¬ҡортостан, ил-төйәк, халыҡтың үҙ еренә хужа булғандағы элегик мөхите һәм уның көтөү-көтөү булып килеп инеүсе күскенселәр һәм колониза¬тор-ҙарҙың хаяһыҙ талау, ҡырыу-ҡый¬ратыу һөҙөмтәһенән саңдауға әйләнеүе; икен¬сеһе – тойғолар гармонияһы тыу¬ҙырған элегия, ғашиҡтарҙың алһыу күҙлеге генә тойомлар хозурлыҡ һәм хыя¬нат көй¬ҙөргән күңел битләстәре; өсөнсөһө – бер ҡатлы булған булып автор оҫталығы тәҡ¬дим иткән матди бер күренеш: конкрет сәскәле тау һәм уның яп-ябай фажиғәһе... “Саңдау”ҙың эске мөмкинлектәре бихисап уның. “Саңдау” зама¬налар һынауын үтеп, ҡапма-ҡаршылыҡтар, күтәрелеш-бәрелештәр һәм ғауғалы ығы-зығы ҡатыш роман¬тикаға әйҙәгән ХХ быуат аҙағы ваҡиға¬лары йоғонтоһонда тыуған һәм беҙҙең бөгөнгө замандаштар “урраға” ҡа¬бул иткән ҡайһы бер шиғыр-поэма¬ларҙан да оҙағыраҡ йәшәйәсәк...” (“Мөғ-жизә нисәү була?” “Ағиҙел, 1991 йыл, 12-се һан”)
Ҡол-Дәүләттең берсә һыңҡылдата баҫып, берсә ҡанаттарын йәйеп киңлек¬тәрҙә шыҡыйған бөркөттәй талпынып бейегәнен күрһәгеҙ ине! Һүҙҙәр менән генә быны аңлатып та, һүрәтләп тә булмай торғандыр. Күңеле күккә ашырҙай бу¬лып шатланғанда бейене ул. Бындай сағы уның бик һирәк булды, шуға һирәк бейене лә. Кәләше Әминә улы Рәсүлде тап¬ҡас, ул дөйөм ятаҡты бер итеп төнө буйы талпынды. Бейеүе иртәгеһен авто¬бус¬ҡа ултырып бала табыу йортона барған саҡта ла дауам итте. Баш ҡаланың 4-се бала табыу йорто ҡаршыһында концерт ҡуйҙыҡ. Беҙҙең тамашасыларыбыҙ — йорттоң тәҙрәһенән беҙгә ҡарап тороусы, әсә булыу шатлығынан балҡыусы ҡыҙ-ҡатындар. Улар араһында Әминә лә бар... Нимәләр генә эшләһәк тә, Рәмилде бейеүенән туҡтата алманыҡ. Мөмкин дә түгел ине. Уны бейеүенән туҡтата ал¬маған кеүек йән яныуынан да һүрелдереү мөмкин булмағандыр. Ысын шағирҙар шулай булаларҙыр ул...

Әхмәр ҮТӘБАЙ (“Ағиҙел” журналы).
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ