» » Мәскәүҙә “Илһам” башҡорт халыҡ театры Таңсулпан Ғарипованың “Тәңкәле ҡыҙ” пьесаһын сәхнәләштерҙе

Мәскәүҙә “Илһам” башҡорт халыҡ театры Таңсулпан Ғарипованың “Тәңкәле ҡыҙ” пьесаһын сәхнәләштерҙе

Опубликовано: 30-05-2018, 15:32 | Категория: Новости
Мәскәүҙә “Илһам” башҡорт халыҡ театры Таңсулпан Ғарипованың “Тәңкәле ҡыҙ” пьесаһын сәхнәләштерҙе


26 июндә Мәскәүҙең “Илһам” башҡорт халыҡ театрында Таңсулпан Ғарипованың “Тәңкәле ҡыҙ” пьесаһының премьераһы үтте. Спектаклгә Мәскәүҙә йәшәгән башҡорттар һәм төрлө ойошмалар етәкселәре килде. Аҙаҡ Таңсулпан Ғарипова режиссер Мәҙинә Илһамоваға һәм төп ролдәрҙе башҡарыусы актерҙарға Мәҙәниәт министрлығы менән Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына рәхмәт хаты тапшырҙы. Спектаклде Мәскәү тамашасылары яратып ҡараны.
Икенсе көн Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге яҙыусы Таңсулпан Ғарипова менән түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Ҡатнашыусылар яҙыусыға уның ижадына ҡағылышлы һорауҙар бирҙе, автографтар алды, рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Әйткәндәй, Таңсулпан Ғарипованың Мәскәүгә сәфәрен ойоштороусы егетебеҙҙе телгә алып китеү кәрәк. Нәркис Мөхәммәтшин Ҡурған башҡорто - әлеге ваҡытта Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Әсәһенән ҡалған аманатты – Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” китабын мәктәп йәшендә уҡып сыҡҡандан һуң, яҙыусының барлыҡ китаптарын З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап “ нәшриәтенән яҙҙыртып алып уҡып бара. Әле ул Таңсулпан Ғарипованың Мәскәүгә сәфәренең матди сығымдарын тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Афарин!

Мәскәүҙә “Илһам” башҡорт халыҡ театры Таңсулпан Ғарипованың “Тәңкәле ҡыҙ” пьесаһын сәхнәләштерҙе
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ